Егет кешегә етеш төрлө һөнәр ҙә аҙ

Егет кешегә етеш төрлө һөнәр ҙә аҙ.

Тимер менән эшләү өсөн уны тәүҙә утта ҡыҙҙыралар. Ул һарғылт төҫкә инеү менән тейешле фигураны эшләп өлгөрөргә кәрәк. Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ тигән мәҡәлдең тап бында дөрөҫлөгөнә инанаһың. Шуға ла  тимерселәр башҡаларҙан етеҙлеге менән дә айырылып тора. Динис быға тиклем машина йөрөтөү буйынса инструктор булып эшләй, һуңынан психолог һөнәренә уҡып сыға, ләкин был шөғөлдәр уның күңеленә ятмай.  Үҙенә өй һала башлағанда ғына ул тимер менән ныҡлап мауығып китә һәм шунан бирле был эшен ташламай. Өс йыл эшләгәндән һуң ғына Денис биҙәлгән ҡапҡа, тәҙрә рамдарына заказдар ҡабул итә башлай. Ә ҡышҡыһын ул үҙ эше менән була. Мәҫәлән, быйыл бер ай эсендә болан мангалын эшләгән.  Тимерсе ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәргә ҡарағанда әлбиттә әҙерәк. Был эштең ауырлығын һынап ҡарар өсөн мин үҙем дә бер фигура эшләп ҡарайым. Денис тимерлекте ҡуртымға алған. Ул был эш серҙәрен өйрәнеп, йәштәргә тапшырыу теләге менән яна. 

Яндекс.Метрика