Бөгөн Өфөлә террорризмға ҡаршы митинг үтәсәк

Бөгөн Өфөлә террорризмға ҡаршы митинг үтәсәк.

Унда милли-мәҙәни берекмәләр, йәмәғәт ойошмалары, сәйәси фирҡәләр һәм диндарҙар ҡатнашырға теләк белдергән. Башҡортостан халыҡтары Ассамблеяһы ойошторған митинг сәйәси акция түгел. Метрола шартлау һөҙөмтәһендә 14 кеше һәләк булды, 51 кеше яраланды. Уларҙың араһында балалар ҙа бар. Поезд ҡуҙғалып киткәндән һуң «Сенная майҙаны» һәм «Технологик институт» станциялары араһында вагонда шартлау яңғырай. Террорсының шәхесе асыҡланған. Уға 23 йәш, Урта Азиянан. Рәсәйҙә тыйылған радикаль төркөмсә ағзаһы. 

Яндекс.Метрика