Башҡортостанда тәүге экологик өмәлә 62 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан

  • Башҡортостанда тәүге экологик өмәлә 62 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тәүге экологик өмәлә 62 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

1 мең 300 тоннаға яҡын сүп-сар йыйылған, төбәктә биләмәләрҙең 4 проценты таҙартылған һәм төҙөкләндерелгән. Был турала  бөгөн  Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр иттеләр. Ғәҙәттәгесә, яҙғы экологик өмәләр осоронда муниципалитеттар юл япмаһын, ҡоймаларҙы, биналарҙың фасадын ремонтлай һәм башҡа төҙөкләндереү эштәрен башҡара. Һауа шарттарының тотороҡһоҙ булыуы сәбәпле республиканың ҡайһы бер район һәм ҡалаларында экологик өмәләр башланмаған әле. Биләмәләрҙе таҙартыу  акцияһы 13 майға тиклем дауам итә. 

Яндекс.Метрика