Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Төркиәнең Европа берлегенә инеү мөмкинлектәре көндән-көн аҙая. Был хаҡта европарламент депутаты Граф Ламбсдорф белдергән. “Беҙ Төркиәнең бик күп журналистарҙы төрмәләргә ултыртыуын яҡшы беләбеҙ. Илдә һүҙ ирке юҡ. Фетнәлә шикләнеп 47 мең кешенең ҡулға алыныу Европа стандарттарына бөтөнләй тап килмәй. Төркиә Европа ҡиммәттәренән һәм сәйәсәтенән ситләште,”-тигән европа парламенты депутаты.

Украина радикалдары Харьков уртаһында Рәсәй һаҡлыҡ банкы филиалын төҙөлөш блоктары менән ҡаплап ҡуйған. “Милли корпус” активистары бина янында бер-нисә сәғәт дежурҙа торған. Полиция килгәс кенә төҙөлөш блоктарын алырға мәжбүр булғандар.

Мәскәү өлкәһендәге Алабино полигонында Бөйөк Еңеүгә арналған пардтың сираттағы репетицияһы үтте.

Яндекс.Метрика