Рәсәй геройы Сергей Ревин уҡыусылар менән осрашты

“Гагарин үҙәгенә” бер йыл тулыу айҡанлы летчик-космонавт, Рәсәй геройы Сергей Ревин уҡыусылар менән осрашты.Гагарин үҙәге уҡыусылары өсөн Сергей Ревин ҙур үрнәк булып тора. Сөнки үҙәктә шөғөлләнеүсе һәр кем космонавт булырға, ерҙе ғәләм киңлегенән күрергә хыяллана. Шуға ла Сергей Ревинға һорауҙар ҙа күп булды. “Космонавт булыуы еңелдән түгел, бының өсөн ҙур хыял ғына аҙ, яҡшы уҡырға, тәртипле, өлгөлө булырға, спорт менән етди шөғөлләнергә кәрәк”,-тине Сергей Ревин. 

Яндекс.Метрика