15 апрелдә республикала балыҡ тотоуға сикләүҙәр ғәмәлгә инә

  • 15 апрелдә республикала балыҡ тотоуға сикләүҙәр ғәмәлгә инә | ГТРК «Башкортостан»

15 апрелдә республикала балыҡ тотоуға сикләүҙәр ғәмәлгә инә.

Балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән ойошмалар ваҡытлыса ялға туҡтай. Һәүәҫкәр балыҡсылар өсөн сикләүҙәр 1 майҙан  башлана. Башҡортостан хөкүмәте ҡарарына ярашлы, тыйыуҙар ойошмалар өсөн, ярҙан ҡармаҡ һалыусыларға июнгә тиклем ғәмәлдә ҡала. Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, күрһәтмәне инҡар итеп, инспекторҙарға эләккәндәргә штраф янай. 

Яндекс.Метрика