2020 йылға тиклем иген уңышын 4 миллион 200 мең тоннаға еткереү ҡарала

  • 2020 йылға тиклем иген уңышын 4 миллион 200 мең тоннаға еткереү ҡарала | ГТРК «Башкортостан»

2020 йылға тиклем иген уңышын 4 миллион 200 мең тоннаға еткереү ҡарала. 

Яҙғы баҫыу эштәрен ваҡытында башҡарып сығыу өсөн республика хөкүмәте бюджеттан 200 миллион һум аҡса бүлә. Был аҡса  яғыулыҡ-майлау материалдары, запас частәр һәм  минераль ашлама өсөн алынған кредиттарҙың процент ставкаларын  ҡаплауға тотоноласаҡ.   Былтыр республикала 3 миллион 300 мең тонна иген йыйып алып аҙыҡ-түлек именлеген тулыһынса тәьмин итә алды. Быйыл иһә аграр тармаҡ алдында тағы ла етдиерәк бурыстар ҡуйыла. Ауыл хужалығы эшсәндәре 3 миллион 500 мең тонна иген, 1 миллион 700 мең тонна картуф һәм йәшелсә, 1 миллин 400 мең тонна шәкәр сөгөлдөр йыйып алырға тейеш. 2020 йылға тиклем иген уңышын 4 миллион 200 мең тоннаға еткереү ҡарала.  

Яндекс.Метрика