Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Рәсәй президенты “Мир” телеканалында интервью бирҙе. Унда Владимир Путин Сүриәнең Идлиб виләйәтенә химик һөжүмдең ике төп версияһы тураһында һөйләне.

Белградта президент Александр Вучичҡа ҡаршы күләмле акция ойошторолдо. Президент һайлауҙарында халыҡтың  күп өлөшө уның кандидатураһы өсөн тауыш бирһә лә, митингҡа сығыусылар һайлау йомғаҡтары ысынбарлыҡҡа тап килмәй, тип иҫәпләй.

Англияның “Лестер сити” клубы көйәрмәндәре Мадридтың “Атлетико”һы  менән чемпиондар лигаһындағы сирек финал уйыны  алдынан Испан полицияһы менән һуғышҡан. Тәртип боҙоусылар полицияға шешәләр ырғыта башлай. Яуап итеп хоҡуҡ һаҡлаусылар көс ҡулланырға мәжбүр була.

Яндекс.Метрика