Ғәбдөк ауылына ҡурҡыныс янамай

Республиканың төрлө төбәктәренән әле хәүефле мәғлүмәттәр килә. Ҡайһы бер ауылдарҙа йорт ихаталарын һыу баҫһа, икенсе төбәктәрҙә йылғалар юлдарҙы йыуа. Белорет районы Ғәбдөк ауылында йәшәүселәр йорттарын ҡалдырып ҡалҡыу урындарға сыҡҡан. Малдар ҙа имен урындарға күсерелгән. Мәктәп ваҡытлыса ябылған.  Халыҡ бик ҙур хәүеф менән боҙ киткәнен күҙәтә. Яҙ етеү менән ауыл халҡының төнгө сәфәргә сығыуы көн тәртибенә әйләнде. Таңғы 5-6-ға тиклем улар һыу кимәлен тикшерә. Сөнки уйламаған ваҡытта яҙғы ташҡын көсәйеп йорттарҙы баҫыуы ихтимал.Иң мөһиме – йылы кейенеп сығыу һәм фонарҙар онотмау. Ауыл старостаһы Нурил Йосопов халыҡ менән ике командаға бүленеп йылға ҡарауыллай. Һәр командала, ғәҙәттә, унышар кеше. Һауа торошона ҡарап бер төн эсендә һыу  70 см-ға тиклем күтәрелеүе ихтимал. Йөйәк ауылынан Инйәр үҙәнендәге боҙ ял көндәрендә тулыһынса ҡуҙғалды, Ул Ғәбдөк эргәһендәге тоннель тирәһендә Инйәр йылғаһының тарайған урынынды тығылғайны. Ауыл халҡы йылға күтәрелер, тип хафаланды. Бөгөнгә бәлә ауылды урап үтте, шулай ҙа тынысланырға иртәрәк, боҙ йылғаның түбәнге ағымында ла тығылыуы мөмкин, тигән фекерҙә ауыл халҡы. Ауылда боҙ ҡуҙғала башлағас та, ҡотҡарыу хеҙмәткәрҙәре лә етди эшкә тотондо. Быйыл яҙғы ташҡын Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Ғафури, Бөрйән, Әлшәй райондарына ла янай. Өфөлә Ағиҙел йылғаһы бер төн эсендә 54 сантиметрға, Стәрлетамаҡта 19, ә Дим йылғаһы 54 сантиметрға күтәрелгән. Ҡар күп булыу сәбәпле, ныҡлы ташҡын май баштарында булыуы ихтимал, ти белгестәр. Шул уңайҙан ҡотҡарыу хеҙмәткәрҙәре халыҡты уяу булырға саҡыра. 

Яндекс.Метрика