Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Парижда “Милли фронт” лидеры Марин Ле Пенға ҡаршы акция үткән. Президентлыҡҡа дәғүә иткән кандидат бөгөн үҙ һайлаусылары менән осрашырғк  тейеш. Демонстрацияла ҡатнашыусыларҙың ҡайһы берҙәре петарда шартлатып, полицияға төтөн сығарыусы шашкалар ырғыта башлаған.

Пхеньянда Ким Ир Сендың тыуыуына 105 йыл тулыу уңайынан хәрби парад үткән. Милли байрам илдең  барлыҡ телеканалдарында ла тура эфирҙа күрһәтелгән. Парадта тәүге тапҡыр һыу аҫты кәмәһенең баллистик ракетаһы, реактив артиллерия ҡоролмалары  күрһәтелгән.

Мәскәүҙә мыйыҡтар һәм һаҡалдар чемпионаты үткән. Унда йөҙләгән кеше ҡатнашҡан.  Еңеүселәр бер-нисә номинацияла билдәләнгән. Хатта һаҡал, мыйығы булмағандар өсөн дә “фейк” номинацияһы ҡаралған булған. Әммә унда кемдең еңеүе тураһында хәбәр ителмәй.

Санкт-Петербургтағы стоматология поликлиникаларының береһендә теш һыҙлауға һәйкәл ҡуйғандар. Скульптураның танауы ла, теше лә юҡ. Кеше тештәре менән бер-нисә ауыҙы бар.

Яндекс.Метрика