Рөстәм Хәмитов заманса предприятие эшмәкәрлеге менән танышты.

Рөстәм Хәмитов заманса предприятие эшмәкәрлеге менән танышты.

Йәмәғәт транспорты паркын яңыртыу менән башҡала урамдарының экологик торошо яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Бөгөн Өфөлә пассажир йөрөткән автобустарҙың 100-ҙән ашыуы газ яғыулығын файҙалана. “Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәте республикаға тәбиғи газ ҡулланышын үҫтереү буйынса дәүләт программаһы зарур, тигән фекерҙә. Республика башлығына предприятие етәкселеге бөгөн ошо тәҡдим тураһында белдерҙе.Рөстәм Хәмитов йәмғиәттең етештереү-диспетчер үҙәге мөмкинлектәрен ҡараны. “Газпром трансгаз Өфө” тикшереү һәм идара итеү селтәре эшмәкәрлеген заманса ойоштороу йәһәтенән ил төбәктәре араһында алдынғылар иҫәбендә. Идара итеү процесы түбәнге кимәлдән юғарыға тиклем автоматлаштырылған. 146 газ бүлеү станцияһының 132-һендә кеше хеҙмәте ҡулланылмай. Йәмғиәт сәнәғәт хәүефһеҙлеге, мәғлүмәт именлеге һағын хәстәрләй. Тәбиғи газ файҙаланыуҙы киңәйтеү мөмкинлектәрен күрә. Уны йәмәғәт транспортында ғына түгел шәхси автомобилдәрҙә лә ҡулланыу өсөн дәүләт кимәлендәге махсус программа кәрәклегенә иғтибар итә.  

Яндекс.Метрика