Ҡар менән бергә ирегән юл

Өфөнөң Глумилино микрорайонындағы Нуриев урамында йәшәүселәр ярҙам һорай. Төп сәбәп инфраструктура булмауы. Биҫтәнең Нуриев урамында йәшәүселәргә көн һайын  етди һынау аша үтергә тура килә. Көндәр йылыныу менән юл  үтә алмаҫлыҡ кәртәгә әйләнгән. Нуриев урамындағы ун дүртенсе йортта йәшәүселәр йыйылышы хәҙер демонстрацияға әйләнә. Урындағы етәкселектән ярҙам булмағас, торлаҡ хужалары Башҡортостан етәксеһенә лә мөрәжәғәт иткән.  юлдар юҡлығы ғына борсомай микрорайон халҡын. Урам бағаналарына ҡуйылған яҡтыртҡыстар ҙа эшлектән сыҡҡан. Уларҙы тиҙ арала алыштырыу кәрәк. Юлһыҙлыҡ проблемаһы менән ашығыс ярҙам машинаһы ла, таксистар ҙа яҡшы таныш. Һуңғылары был адрес буйынса саҡырыуға бөтөнләй килмәй.  Нуриев урамында “Рәсәй-Башҡортостан” каналы хәбәрселәре эшләүен ишеткәс,  юл өсөн яуаплы булған ойошма соҡорҙарға таш та түгә башланы. Микрорайон халҡы зары менән Октябрь районы хакимиәте лә яҡшы таныш. Тиҙҙән был урында юлды рәткә һалырға тейештәр.

Яндекс.Метрика