Ауырыу ҡалған, ғәриплеге юғалған

Бәләбәй ҡалаһында йәшәүсе 2 йылдан ашыу үҙенең мөмкинлеге сикле булыуын иҫбатларға тырыша. Аяҡтан ҡалған ир үҙен дәүләт яҡлауына мохтаж тип һанай, ә бына урындағы медик-социаль экспертиза белгестәре бының менән килешмәй һәм ул эшләмәҫ өсөн аҡса артынан йөрөй, тигән фекерҙә. Юрий Даниловтың көндәлек рационында ауыртыуҙы баҫа торған бер- нисә төр дарыу. Шунһыҙ һыҙланыуҙан түҙерлек түгел, ти ир. Ай һайын ғаилә бюджетының яртыһы ошо препараттарға китә. Ҙур аҡса артынан ҡыуып Себергә эшкә юлланған Юрий 2007 йылда аяғын һындырып ғәрип булып ҡайта. Бәхетле осраҡ менән генә ул үҙе иҫән ҡала. Аяҡтың һынған һөйәктәрен кире тоташтырыу өсөн махсус аппарат ҡуялар, ирҙе йыл ярымға эшкә бөтөнләй яраҡһыҙ, тип таныйҙар һәм 2-се төркөм инвалидлыҡ бирәләр. Һөйәктәр нығына, әммә ауыр йәрәхәт эҙемтәһе үҙенекен итә, ирҙең уң аяғы һулаҡайынан 7 сантиметрға ҡыҫҡара.Бәләбәйҙәге 18-се һанлы медик-социаль экспертиза Даниловҡа урам һепереүсе йә һауыт-һаба йыуыусы булып эшкә төшөргә тәҡдим итә. Хеҙмәт биржаһы бер нисә вакансия буйынса юллама биреп ҡарай, әммә эш биреүселәр таяҡҡа таянып ингән ирҙе ишек төбөнән кире бороп сығара.Ғәриплекте билдәләүселәр иһә Юрий Данилов бөгөнөгө Рәсәй хоҡуҡ нормалары буйынса сәләмәт кешегә тиңләнгән ти. Әллә мөғжизә менән, әллә көслө медицина ярҙамы менән Юрий Даниловтың аяғы ошо ваҡыт эсендә 2 сантиметр ярымға үҫкән тигән фекерҙә табиптар, йәғни ике аяҡтың оҙонлоҡ айырмаһы 7 сантиметрҙан кәм булғас ул һау-сәләмәт тип иҫәпләнә.Әммә айырма күҙгә күренерлек, иң аяныслыһы уны бер кем дә танырға теләмәүе, бер кемгә лә кәрәгең булмауын таныу ти герой. Юрий Даниловҡа хәҙер үҙенең ғәриплеген суд алдында раҫларға тура килә. Бәләбәй районы медик-социаль экспертиза ҡарары менән килешмәйенсә, ул 4 тапҡыр аппеляция бирә, әммә һөҙөмтәһеҙ. Хәҙҙер уға үҙенең мөмкинлеге сикләнгәнен федераль эксперттар алдында раҫларға тура киләсәк.

Яндекс.Метрика