Башҡортостандың көньяҡ райондарында бөгөн көслө ямғыр эҙемтәләрен бөтөрәләр

  • Башҡортостандың көньяҡ райондарында бөгөн көслө ямғыр эҙемтәләрен бөтөрәләр | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың көньяҡ райондарында бөгөн көслө ямғыр эҙемтәләрен бөтөрәләр.

Мәләүез, Күгәрсен районы биләмәһендә боҙ яуған. Ағиҙелдең үрге үҙәнендә көслө ямғыр ташҡынға бәйле хәлде ҡатмарлаштырыуы ихтимал. Гидрологтар әленән үк һыу кимәле күтәрелеп йорттарҙы баҫыуы ихтимал, тип иҫкәртә. Ямғырҙар туҡтамаһа, күп биләмәләр һыу аҫтында ҡаласаҡ, тип хәбәр итәләр “Гидротехник ҡоролмалар идаралығынан”. Йомағужа, Нөгөш һәм Павловка һыу һаҡлағыстары әле ташҡын һыуҙарын үткәреү режимында эшләй.

Яндекс.Метрика