Вьетнам белгестәре Башҡортостанда таҙа һөт етештереү заводы төҙөргә йыйына

Вьетнам белгестәре Башҡортостанда таҙа һөт етештереү заводы төҙөргә йыйына.

 Яңы проект тураһында бөгөн республика етәкселеге Вьетнам делегацияһы менән осрашыуҙа килеште.Яңы завод Бүздәк районы биләмәһендә төҙөләсәк. Хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен билдәләргә Өфөгә Тхай Хьюнг етәкселегендәге инвестор компанияһы вәкилдәре килде. Рөстәм Хәмитов республиканың сит ил инвесторҙарына һәр яҡлап ярҙам итергә әҙер булыуын белдерҙе һәм ғәҙел хеҙмәттәшлек вәғәҙә итте. Вьетнам эшҡыуарҙары Рәсәйҙең Мәскәү һәм Калуга өлкәләрендә үҙ проекттарын ғәмәлгә ашырҙы. Башҡортостанда иһә ҡунаҡтарҙы уңдырышлы тупраҡ һәм ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге иркен ерҙәр ҡыҙыҡһындыра. 

Яндекс.Метрика