Битарафлыҡ тағы күпме дауам итер?

Белорет районында етмеште үткән пенсионерҙар янған йорт эсендә көн күрергә мәжбүр. 11 апрель көнө ғаиләлә фажиғә була, әммә урындағы хакимиәт әле лә ололарға ярҙам итергә ашыҡмай. Мәрхәмәтле кешеләр уларға кейем-һалым, ризыҡ ташый, ә туғандары суд менән ҡурҡыта.

Күҙ асып йомған арала ғүмер буйына йыйған хужалыҡтан күмер генә ҡала. Йорт хужаһы ут ҡайҙан сыҡҡанын үҙе лә аңламай. Үткән быуаттың 30-сы йылдарында төҙөлгән өй ике сәғәт эсендә дөрләп көлгә оса. Юрий Щербаков хужабикә менән был ваҡытта кәртә тирәһендә мал менән булыша. Ә бына йорттоң икенсе өлөшөндә йәшәгән 85 йәшлек еңгәләре төтөнгә тонсоғоп һәләк була. Мәрхүмәнең балалары фажиғәлә хәҙер иҫән ҡалған пенсионерҙарҙы ғәйепләй. Былай ҙа ҡайғыға батҡан ололар кемдән ярҙам һорарға ла белмәй. Фажиғә тураһында социаль селтәрҙә мәғлүмәт баҫылып сығыу менән Белорет халҡы ололарға хәленән килгәнсә ярҙам итә башлай. Йүнселдәр йорттоң уттан имен ҡалған өлөшөндә ваҡытлыса ҡыйыҡ ябып бирә. Тик район хакимиәте генә бәләне күрмәҫкә тырыша. Чиновниктар уларҙың килеп ишек ҡаҡҡанын көтә.Ололарҙың инде һоранып йөрөргә ваҡыты ла, хәле лә юҡ. Хужабикә әле ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам күрһәтеү социаль үҙәгенә барып төн үткәрә. Бәхетле ҡартлыҡ тураһында хыялланған ололарҙың хәҙер хәстәре лә башҡа. 

Яндекс.Метрика