Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмә ваҡытында Рәсәй президенты Мәскәүҙә биш ҡатлыҡ йорттарҙы һүткәндә граждандарҙың хоҡуҡтарын боҙмаҫҡа саҡырҙы.

Францияның Амьен ҡалаһында Американың Вирпул компанияһы хеҙмәткәрҙәре президентлыҡҡа кандидат Эмманюэль Макронды һыҙғырып ҡаршы алған. Улар “Милли фронт” лидеры Марин Ле Пенды яҡлап лозунгтар ҡысҡырған.

Украина энергетик көрсөк алдында тора. Илдең яғыулыҡ һәм энергетика министрлығындағы сығанаҡ  энергетика тармағында антрацит етмәү сәбәпле бер-нисә көндән ут һүндерелеүе ихтимал, тип хәбәр иткән.

Кубала йәшәүсе фермер һыҙланыуҙан сара тапҡан. Ул ауыртҡан урынын саяндан саҡтыра. Ир аҙнаһына ике тапҡыр ошо ысул менән түҙеп булмаҫлыҡ һыҙланыуын баҫа.

Яндекс.Метрика