Хәүефле һөнәр

Янғын һүндереүселәргә  көн һайын үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып кешеләрҙе ҡотҡарырға тура килә.  Халыҡ именлеген тәьмин итеү. Был ҡотҡарыусыларҙың төп бурысы. Республикала йыл һайын 5 меңгә яҡын янғын теркәлә. Тик ҡыҙғанысҡа янғын һүндереүселәр кеше ғүмерен уттан ҡотҡарам тип үҙҙәре лә бихисап һәләк була.Башҡортостан янғын һүндереүселәре тарихында Черниковка биҫтәһендәге нефть эшкәртеү заводттарының береһендә сыҡҡан янғын ҡара биттәрҙең береһе булып ҡала. Унда 23 янғын һүндереүсенең ғүмере өҙөлгәйне. Апрелдең утыҙы Рәсәйҙә янғын һүндереүселәр көнө билдәләнә. Һөнәри байрам уңайынан баш ҡалала йыл һайын төрлө саралар үтә. Заманса янғын һүндереү техникаһы күргәҙмәһе балаларҙа ла, өлкәндәрҙә лә берҙәй ҡыҙыҡһыныу уята. Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралағы етәксеһе Марат Рәис улы Латыпов әйтеүенсә, 30 апрель янғын һүндереүселәр генә түгел, ә ғөмүмән бөтә ҡотҡарыусылар өсөн дә тантаналы көн.Республика халҡы именлеген тәьмин итеү өсөн Башҡортостанда тәүлек әйләнәһенә мең ярым самаһы янғын һүндереүсе, 800 самаһы махсус техника эшләй. Тап улар ғәҙәттән тыш хәл сыға ҡалһа тәүгеләрҙән ярҙамға ашыға.  

Яндекс.Метрика