Үлеп терелгән яугир

Үлеп терелгән яугир.

91 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәйзулла Әблүзин быйыл Бөйөк Еңеүҙең 72 йыллығын ҡаршы алырға әҙерләнә. Ә ваҡытында уның әсәһенә һәм яҡындарына яугирҙың үлеүе тураһында хат килгән булған. Ғәйзулла олатайҙы Баймаҡ ҡалаһы урамдарында йыш осратырға мөмкин. Ул көн һайын ял паркында ике саҡрым самаһы атлап үтә. Бөйөк Ватан һуғышы яугиры йәш быуын менән аралаша, иҫтәлектәре менән уртаҡлаша.Ғәйзулла Әблүзин 1943 йылдың декабрендә һуғышҡа алына. Кесе командирҙар курсында уҡығандан һуң беренсе украин фронтына ебәрелә. Ул бихисап ауыл-ҡалаларҙы, илдәрҙе азат итеүҙә ҡатнаша. 1945 йылдың апрелендә Бреслау ҡалаһы өсөн барған алышта Ғәйзулла Әблүзиндың янында көслө шартлау яңғырай.Яугир госпиталдә дауаланғандан һуң, артабан хеҙмәт итеүен дауам итә. Әммә, ауылға ул һәләк булды тигән хат ебәрелә. Был хаҡта йәш егет белмәй. Ғәйзулла Мөхәммәт улы тыуған яҡтарына 1953 йылда ғына әйләнеп ҡайта. “Урғаҙа” колхозында механизатор, ферма мөдире, агроном, бригадир булып булып эшләй. Хәҙерге ваҡытта ул бөтә уңайлыҡтары булған фатирҙа йәшәй. Ғәйзулла олатай ҡатыны Хәлиҙә менән 57 йыл бергә ғүмер итә. Улар ете бала тәрбиәләп үҫтерә. “Хәтер” китабында Ғәйзулла Әблүзиндың 1945 йылдың апрелендә һәләк булыуы, Бреслау ҡалаһында ерләнеүе тураһында яҙылған. Һуғыш ветераны, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әүҙем тормош алып бара: мәктәп уҡыусылары, яуҙаштары менән осраша. Башҡортостанда йылдан-йыл ветерандар кәмей бара. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, уларҙың һаны 2 мең самаһы. Әммә, араларында әле йәштәргә тарихты еткерерлек, ысынбарлыҡты һөйләрлек яугирҙар бар әле. Бойондороҡһоҙлоҡ өсөн алышҡан, бихисап наградаларға лайыҡ булған Ғәйзулла олатайға тағы ла оҙаҡ йылдар Еңеү таңын ҡаршы алырға яҙһын!

Яндекс.Метрика