Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Федераль именлек хеҙмәте Калининградта “Ислам джихаты-мөджәхиттәр джамааты” террор ойошмаһына ҡараған 12 кешене ҡулға алған.  Уларҙың етәксеһе Үзбәкстандан булыуы асыҡланған.

Америкала Төнъяҡ Каролина штаты ҡойма ямғырҙар сәбәпле һыу аҫтында ҡалған. Йылғаларҙа һыу кимәле арта. Хакимиәттәр халыҡты уяу һәм һаҡ булырға саҡырған.

Террорсыларҙан азат иткәндән һуң тәүге тапҡыр Алеппола Сүриәнең футбол буйынса премьер-лигаһы уйындары үткән. Матчта рәсәйҙең хәрби полицияһы батальоны именлек тәьмин иткән.

Һамар техник университеты инженерҙары үҙйөрөшлө йорт эшләгән. Ул “Ларифуга” тип атала. Йорттоң корпусы фанерҙан эшләнгән, әммә тиҙҙән ул тимергә алмаштырыласаҡ. Инженерҙар әйтеүенсә, үҙйөрөшлө өй эшҡыуарҙарҙың офисын алмаштыра ала. 

Яндекс.Метрика