Көндәр йылытыу менән Башҡортостанда янғындар артты

  • Көндәр йылытыу менән  Башҡортостанда янғындар артты | ГТРК «Башкортостан»

Көндәр йылытыу менән  Башҡортостанда янғындар артты.

Республиканың теге йәки был төбәгендә ут сығыу тураһында хәбәр берҙәм мәғлүмәт үҙәгенә килеп тора.Благоварҙа ташландыҡ фермалар янып китте. Оло юл һәм эргәләге ауылдар ҡуйы төтөн аҫтында ҡалған. Янғынды һүндереүҙә урындағы халыҡ та ҡатнашҡан.Ә бөгөн иртән Өфөлә Октябрь проспектында төҙөлөш майҙансыҡтарының береһендә ут сыға. Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй. Ут һүндерелгән. Асыҡланыуынса, төҙөлөш вагонына ут ҡапҡан булған.

Яндекс.Метрика