Башҡортостанда урынлашҡан Европалағы иң оҙон ағас күпер емерелә

Башҡортостанда урынлашҡан Европалағы иң оҙон ағас күпер емерелә.

Белорет ҡалаһындағы быуаның ике ярын тоташтырыусы ҡоролманы яңыртыу өсөн 30 миллион һум аҡса талап ителә. Әммә урындағы хакимиәт бындай сығымдарҙы һалырға әҙер түгел, ә ҡала халҡының күпселеге тарихи күперҙең киләсәге өсөн борсола. Белорет ҡалаһының иҫтәлекле урындарының береһенә әүерелгән ағас күпер тура мәғәнәһендә юҡҡа сыға. Ул 1939 йылда уҡ ҡаланың уң ярында йәшәүселәргә ҡорос заводына эшкә йөрөү өсөн төҙөлгән була. Транспорт үҫешеү менән уның кәрәге лә бөтә. Бер нисә йыл элек предприятиеның яңы етәкселеге күперҙе хеҙмәтләндереүҙән баш тарта. Уға сығыусы юлды ябып заводтың тарихына күҙ йома. Әммә Белорет халҡы бер ҡайҙа ла илтмәгән күпергә килеүен дауам итә. Ҡаланың һәр көнө ағас үткәүел менән тығыҙ бәйле ти урындағы музей хеҙмәткәре Наталья Попкова.Үткән быуаттың 70-се йылдарында Белоретта совет заманының иң билдәле сериалы – Вечный Зов төшөрөлә. Ә ағас күпер фильм киң экранға сығыу менән бөтә илгә билдәле була. Ә хәҙер Европалағы иң ҙур ағас күперҙең бер кемгә лә кәрәге юҡ. Ҡоролманың урыны менән таяуҙары ла юҡ һәм бында йөрөү ысын мәғәнәһендә ғүмер өсөн хәүефле.Хәҙер унан ҡотолоуы ла ҡиммәт, тәҙәкләндерергә лә аҡса юҡ. Ҡоролманы һүтер өсөн генә 4 миллион һум талап ителә, ә төҙөкләндереү бөтөнләй 30 миллионға барып баҫасаҡ.Тарихи күперҙең яҙмышына битараф булмаған халыҡ хатта аҡса йыйып та ҡарай. Бик үк күп йыйылмай әммә бер мәле аҡса ла, активистарҙың эҙе лә юғала. Йәмәғәт тыңлауҙарында күптәр уны һүтеү өсөн тауыш бирә. Әммә күпер был һорау әле лә һауала эленеп тора бирә. Урындағы чиновниктар күперҙе туристик объект яһарға әҙер булған инвесторҙы көтә.

Яндекс.Метрика