Яҙ һәм хеҙмәт байрамы

Яҙ һәм хеҙмәт байрамы.

Оло быуын кешеләре уны хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнө, тип исемләһә, кеселәре яҙ һәм хеҙмәт байрамы, тип таный. Әммә барыһы ла уның тыныслыҡҡа һәм берҙәмлеккә әйҙәгәнен белә.“Хеҙмәтсәндәрҙең хоҡуҡтары яҡлы, лайыҡлы тормош өсөн” тигән лозунг менән профсоюзар элек тә, бөгөн дә хеҙмәт кешеһе мәнфәғәттәре һағында ҡала. Йәмғиәттә социаль тотороҡлоҡто һаҡлауға булышлыҡ итә. Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Салауат Сәғитов байрам митингыһында ҡатнашыусыларҙы республика башлығы Рөстәм Хәмитов исеменән тәбрикләп, “Башҡортостанда хеҙмәт мөнәсәбәттәре власть, эш биреүсе һәм профсоюздарҙың даими аралашыуы һәм хеҙмәттәшлеге нигеҙенә ҡоролған”, — тип билдәләне. Мәсьәләләр үҙ-ара килешеп, ваҡытында хәл ителә. Профсоюздарҙың абруйы элеккесә ышаныслы, тауышы көр.  

Яндекс.Метрика