Һуңғы тәүлектәрҙә Рәсәй урмандарында 40 яҡын янғын сығыуы асыҡланған

Һуңғы тәүлектәрҙә Рәсәй урмандарында 40 яҡын янғын сығыуы асыҡланған. Башҡортостанда хәл ярайһы уҡ тотороҡло күренһә лә, урманға яҡын ерҙәрҙә үлән яныу осраҡтары билдәле. Быйылғы тәүге авиарейд хаҡында Ришат Миндияров репортажы.

Республиканың 40 процентҡа яҡын ерҙәре урмандарға тура килә.Ундағы хәлде тикшереп тороу өсөн урман хужалығы министрлығы инде күп йылдар дауамында авиация ҡуллана. Әле беҙ Өфө-Белорет-Учалы-Асҡар-Бөрйән-Красноусол-Стәрлетамаҡ-Өфө маршруты буйынса тәүге осошҡа сыҡтыҡ. Легендар АН-2 осоусылары Белоретҡа етәрәк урман ситендәге төтөндө күрҙе лә инде. Хәҙер самолет унда яҡыныраҡ киләсәк.

Халыҡта «кукурузник» ҡушаматы алған АН-2 самолетының өҫтөнлөгө шунда, — ти белгестәр,- ҙур-ҙур майҙандарҙы тиҙ арала осоп үтергә, урман-яландарҙы сыҡҡан янғын тураһында бер нисә секунд эсендә ергә хәбәр итеп булыуында.

Әлеге мәлдә беҙ яланда үлән яныуын күрәбеҙ.Сәбәбе йә тәмәке төпсөгондә йә кемдер ҡайын һыуына килгәндә ут яҡҡан. Хәбәрҙе беҙ шул уҡ мәлдә Белорет урман хужалығына, шулай уҡ улар менән бергә эшләүсе янғын һүндереү бүлегенә еткерҙек.

Янғын осрағына айырым хеҙмәттәр булһа ла, Белорет урман хужалығы йәш ағастар ултыртыу менән бер рәттән, урманды һаҡлау, хәүефле хәл сыҡҡанда халыҡты ойоштороу эшендә туранан-тура ҡатнаша.

Рәсәй урмандарындағы һуңғы йылдарҙағы янғындар күп нәмәгә өйрәтте шикелле. Урман хужалыҡтарында мобиль төркөмдәр төҙөлдө.Ҙур—ҙур техника менән бер рәттән –көрәк-балта кеүек кәрәк-яраҡтар ҙа етерлек.

Былтыр районда урман яныуҙың 19 осрағы булды.Уларҙың береһен генә оҙаҡ һүндерҙек, сөнки ул янғын ныҡ төпкөл урманда ине.Ә былай тиҙ һүндереү сифаты 90 процентҡа етә.

Бөгөнгө технологиялар заманында пилотһыҙ осҡос тигән мөғжизә лә бар.Әммә урман хужалығы министрлығы тиҫтә йылдар буйына һыналған ысулдарҙан баш тартмай. Шул уҡ АН-2 бортынан  тирә-яҡты 60 километрғаса күреп була икән. Күреүебеҙсә, авиапатрулдең быйылға тәүге осошо ла бушҡа үтмәне – яланда башланған янғын урманға барып еткәнсе һүндерелде.

Яндекс.Метрика