К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй президенты һәм Германия канцлеры осрашып Украиналағы хәл, Минск килешеүҙәренең үтәлешен, Сүриәлә террорға ҡаршы көрәш барышын тикшерҙе. Владимир Путин һәм Ангела Меркель ике яҡлы бәйләнештәрҙе артабан да нығытыу кәрәклеген билдәләгән.

Донъяның күп кенә ҡалаларында Одесса ваҡиғаларын иҫкә алыу акциялары үтте. 2014 йылда радикалдар профсоюздар йортон ҡамауға алып ут төртә. Унда 48 кеше һәләк булғайны.

Төркиә президенты Рәжәп Эрдоган “Ғәҙеллек һәм үҫеш” фирҡәһенә инде. Конституцияға индерелгән төҙәтмәләр  хәҙер ил етәксеһенә шундай мөмкинлек бирә. Фирҡә ағзалары алдында сығыш яһағанда Рәжәп Эрдоган Европа берлеге менән мөнәсәбәттәрҙең көрсөккә терәлеүен белдергән.

Көньяҡ Кореяла ил биләмәһендә Американың ТААД ракета комплекстарын урынлаштарыуға ҡаршы акциялар үтә. Демонстранттар комплекстар ҡуйыласаҡ хәрби базаға яғыулыҡ тейәгән йөк машиналарын индермәгән.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика