Өфө ҡалаһы Киров районына ҡараған ике ауыл халҡы ярҙам һорай

Өфөнөң Киров районында урынлашҡан баҡса ширҡәттәренә һәм Үрге, Түбәнге Дудкино ауылына барыу әле һаман хәүефле булып ҡала. Бында юлды һыу баҫа. Ә Ҡариҙел йылғаһы аша паром йыл әйләнәһенә йөрөмәгәс, халыҡҡа шәхси кәмәләр менән файҙаланырға тура килә. Хәбәрсебеҙ Закир Шәрипов репортажы.

Ғаиләһендә ике кәмә бар. Уларҙың береһе ихатала әҙер тора. Әгәр йылға ярҙарынан сығып, йортҡа яҡынлашһа, кәмә менән тиҙ арала имен урынға күсергә мөмкин.

Икенсе кәмә яр буйында. Уның менән  ғаилә көҙҙән алып яҙға тиклем ҡуллана. Сөнки, ҡышын Трамплин туҡталышы тәңгәлендә Ҡариҙел йылғаһы яҡшылап туңмай. Шуға күрә, баҡса ширҡәттерәндә, Үрге һәм Түбәнге Дудкино ауылында йәшәүселәрҙең барыһы ла кәмә менән файҙалана.

Ғәҙәттә, апрель аҙаҡтарында, май баштарында ғына паром халыҡты ташый башлай. Ул октябрь урталарына тиклем эшләй. Ә баҡсасыларға ноябргә тиклем уңышын ташырға кәрәк. Бында йәшәүселәргә йыл әйләнәһенә Ҡариҙел аша йөрөргә тура килә.

Үрге һәм Түбәнге Дудкино ауылы халҡына, баҡса ширҡәттәрендә йәшәүселәргә ошондай ағас кәмәләр менән ҡаршы ярға сығырға тура килә. Яҙын көслө ташҡын осоронда, уларҙы ағыҙып алып китмәһен өсөн кешеләр өҫкәрәк йөҙөп менә. Боҙ киткән ваҡытта бындай кәмәләрҙе ҙур боҙ әйләндереүе йә бөтөнләй емереүе ихтимал. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, кешеләр кәмәләрҙә йөҙөүен дауам итә.

Үрге һәм Түбәнге Дудкино ауылдары тирәләй, 35-гән баҡса ширҡәте иҫәпләнә. Уларҙа 10 меңләгән участок һәм 5 мең самаһы кеше йәшәй. Унда Карпов ауылы аша юлдан да барырға мөмкин. Әммә, күперҙе һыу баҫҡан.

Ошондай хәл инде тиҫтәләгән йыл дауам итә. 2012-се йылда был проблеманы хәл итә башлағайнылар. Әммә, юлды күтәртеү эше туҡтап ҡалған.

Үрге һәм Түбәнге Дудкино ауылдарында йәшәүселәр хәҙер йорттарына эләгер өсөн кәмә менән файҙалана. Баҡсасылар ҙа ошондай хәлдә.

Үҙ йорттарына эләгергә теләгән Дудкино халҡына һәм баҡсасыларға полиция килеп штраф һала, кәмәләрен дә тартып ала. Бынан тыш, Киров районының был өлөшөндә йәшәүселәргә яҙын, көҙөн һәм ҡышын оператив хеҙмәттәр барып етә алмай. 

Яндекс.Метрика