Хәрби хроника

Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 72 йыллығын байрам итеүгә һанаулы ғына көндәр ҡалды. 4-се май илебеҙ өсөн нимәһе менән иҫтәлекле һуң?

1945 йылдың 4 майында Совет һалдаттары Германия ҡалаларын немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеүен дауам итә.

1-се һәм 2-се белорус фронты ғәскәрҙәре 50 мең немецты әсирлеккә ала, аэродромдарҙағы 300-ләп самолет совет һалдаттары ҡулына төшә.

2-се украин фронты ғәскәрҙәре Брнонан көнсығышта урынлашҡан ауыл һәм ҡалаларҙы дошмандан азат итә.

1-се украин фронты етәкселеге Прага операцияһын башлау тураһындағы директива ҡабул итә. Ғәскәрҙәр алдында  дошмандың Дрезден-Горлица төркөмсәһен тар-мар итеү бурысы ҡуйыла.

1945 йылдың 4 майында 18 сәғәт 30 минутта Германияның Голландиялағы барлыҡ ҡораллы көстәре союзниктар армияһының 21-се төркөмөнә тапшырыла.

Яндекс.Метрика