Белорет районында өс кешенең үлеменә килтергән вертолет һәләкәте етди тикшереләсәк

  • Белорет районында өс кешенең үлеменә килтергән  вертолет һәләкәте етди тикшереләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Белорет районында өс кешенең үлеменә килтергән  вертолет һәләкәте етди тикшереләсәк.

Үҙ экрандарығыҙҙа һеҙ Инйәр ауылынан  көньяҡта 30 километр алыҫлыҡта урман янғындарын күҙәткәндә фажиғәгә осраған Робинсон вертолетын күрәһегеҙ. Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы  Айҙар Йәнгиров, осоусы Дамир Шәймөхәмәтов, “Лайт Эйр” авиакомпанияһы хеҙмәткәре Олег Никитин тап ошо вертолетта һәләкәткә тарый. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, насар һауа шарттарына ҡарамаҫтан осоуҙы дауам итеү-һәләкәттең төп сәбәбе булыуы ихтимал. Әммә тәфтишселәр Робинсон вертолеты ҡолауҙың пилоттың хатаһына, сифатһыҙ яғыулыҡҡа, техниканың төҙөк булмауына бәйле булыуы ла ихтимал, тип белдерә. Йәғни, 4 версия ҡарала. Фажиғә урынында әле беҙҙең ижади төркөм эшләй. Беҙ хәбәрҙәрҙең киләһе сығарылыштарында фажиғә тураһында яңы мәғлүмәттәр көтәбеҙ.

Яндекс.Метрика