Илебеҙ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 72 йыллығын билдәләне

Илебеҙ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 72 йыллығын билдәләне.

Ул ысын мәғәнәһендә бөтә халыҡ байрамына әйләнде.  Өфөлә генә “Үлемһеҙ полк” акцияһында 60 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Ошондай акция Республиканың барлыҡ район-ҡалаларында ла үтте. 4 йылға һуҙылған яуҙа рәсми мәғлүмәттәр буйынса 27 миллион кешенең ғүмере өҙөлөп, йөҙҙәрсә мең ауыл һәм ҡала ер менән тигеҙләнә. Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын ул һәм ҡыҙҙарын оҙата. Уларҙың һәр икенсеһе тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмай. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн республиканан 278 яугир Советар Союзы геройы, ә 35 кеше Дан орденының тулы кавалеры исеменә лайыҡ була. Республикабыҙ башҡалаһында Еңеүҙең 72 йыллығына арналған саралар  Еңеү паркында Советтар Союзы геройы Миңлеғәле Шайморатов менән Александр Матросовтың һәйкәлдәренә сәскәләр һалыуҙан башланды. Һуңынан унда ҡатнашыусылар һуғышта һәләк булғандарҙы бер минут тын тороп иҫкә алды. Өфө урамдары буйлап “Үлемһеҙ полк” та быйыл 60 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.  Бөйөк Еңеүгә арналған саралар Республиканың һәр район- ҡалаһында үтте. Учалыла Дан аллеяһында үткән митингтан һуң “Үлемһеҙ полк” акцияһы уҙҙы. Хәйбулла районында ла быйыл “Үлемһеҙ полк” акцияһында йөҙләгшән кеше ҡатнашты. Америка Ҡушма Штаттарының Чикаго ҡалаһы янында, беҙҙең яҡташтарыбыҙ “Үлемһеҙ полк” менән үтте. Сарала яҡынса 400 кеше ҡатнашҡан. Бөйөк Еңеүҙең 72 йыллығына арналған байрам салют менән тамамланды. 



Последние новости

Яндекс.Метрика