Тынғы белмәҫ ветеран

Дүртөйлө ҡалаһында йәшәүсе 94 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Бату Ғәлиәкбәр улы Латыпов, туғыҙынсы тиҫтәһенә тиклем ҡул эше менән мауыға.Был музейҙа Бөйөк Ватан һуғышына бағышланған мөйөштәрҙең береһе – Бату олатайҙың иң яратҡан урыны. Мөмкинлегем сыҡҡан һайын бында килеп, яуҙа баш һалған дуҫтарымды иҫкә алам, ти яугир. Дүртөйлө районынан 11 меңдән ашыу кеше һуғышҡа алынаә. Уларҙың араһынан 38 –ҙенә генә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыу бәхете тейә. Яуҙан имен-һау ҡайтҡан Бату олатай Дүртөйлө районын үҫтереүгә, дәһшәтле һуғыштан һуң етемһерәп ҡалған ауылдарҙы аяҡҡа баҫтырыуға күп көс һала.Бату Ғәлиәкбәр улы хаҡлы ялға сыҡҡас ҡул эше менән ныҡлап мауыға башлай. Был сынъяһауҙарҙың бик күптәрен дуҫтарына, яҡындарына бүләккә тарата, ҡайһы берҙһәре…. ҡала музейында һаҡланған.Ағастан эшләнгән әйберҙәр араһында китаптар, мәсет, сиркәү ҙә бар. Уларҙың һәр биҙәген эшләү бихисап ваҡыт талап итә. Ҡайһы берҙәрен бер-нисә ай эшләнем, ти оҫта.Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Ошо йәшендә лә беҙгә төплө кәңәштәре, фәһемле фекерҙәре менән  һәр саҡ ярҙам, итә тиҙәр уның хаҡында.Бату Латиповтың һуғыштан кейеп ҡайтҡан әйберҙәре, шулай уҡ ағастан яһалған сынъяһауҙары барыһы ла Дүртөйлө музейында һаҡлана. 

Яндекс.Метрика