Бер ауылдан-өс герой

Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Советтар Союзы геройы исемен алған батырҙарыбыҙ тураһында документаль фильм тиҙҙән донъя күрҙе. Иҫләйһегеҙме һеҙ беҙҙе? Был фильмдың исеме генә түгел, ә режиссерҙың халыҡҡа ҡарата батырҙар исеменән биргән һорауы ла булып яңғырай. Бер ауылдан сыҡҡан 3 Советтар Союзы геройы: Ғәфиәтулла  Арыҫланов, Сәлмән Биктимеров, Хәсән Ғайсиндар тураһында туғандары, ауылдаштары, ғөмүмән, Башҡортостан халҡы үҙ батырҙарын беләме икән?Тарих эҙҙәрен барлап киностудия хеҙмәткәрҙәре Көйөргәҙе районы Кинйә Абыҙ ауылына юллана. Ермолаевкала Кинйә Арыҫланов исемендәге музейҙа 3 геройҙың фотолары һәм фронттан яҙған хаттары һаҡланған.Ә видеояҙмаларҙы юллап, Вилүрә Иҫәндәүләтоваға Красногорск ҡалаһында Кинофотодокументтар дәүләт архивында күп эҙләнергә тура килә. Пехотинец Хәсән Ғайсин һәм кавалерист  Сәлмән Биктимеровтар фронттан әйләнеп ҡайта, ә Ғәфиәтулла Арыҫланов –  башҡорттар араһында тәүге булып, 1-се Фин һуғышында уҡ, Советтар Союзы геройы исемен алған һалдат — һәләк була. Фильмда уның ағаһына баҫылған “халыҡ дошманы” мөһөрөн нисек итеп үҙ иңендә татыуы, шуға ҡарамаҫтан  иленә тоғро ҡалыуы күрһәтелә. Тауыш яғынан да документаль фильм ҙур эшкәртеүҙәр  талап итә.40 минутлыҡ фильмды тәүгеләрҙән булып Көйөргәҙе халҡы  күрәсәк. Ә Өфө кинотеатрҙарына ул Бөйөк Втан һуғышы башланған көн — 22 июлдә сыға.

Яндекс.Метрика