Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәйҙең барлыҡ ҡалаларында  Бөйөк Еңеүҙең 72 йыллығын билдәләү дауам итә. Мәскәүҙә ошо уңайҙан байрам салюты атылды.

Харьковта Дан мемориалы янында радикалдар “Үлемһеҙ полк”та ҡатнашыусыларға һөжүм иткән. Йәрәхәтләнеүселәр юҡ.

Сочила күңел асыу паркында ике ветеран Римма Колотова һәм  Александр Сьянов  донъялағы иң ҙур бәүелсәктән ырғыған. Римма Колотоваға 85 йәш. Ул ошо йәштә бәүелсәктән ырғығын тәүге ҡатын.

Көньяҡ Кореяла ваҡытынан алда президент һайлауында Берләшкән демократтарҙың “Тобуро” фирҡәһенән Мун Ин алда бара. Экзитпол мәғлүмәттәренә ҡарағанда, уның өсөн халыҡтың  бик күп өлөшө тауыш биргән. Ул ҡотлауҙар ҡабул итә башлаған. 

Яндекс.Метрика