Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Германия канцлеры илдә йәшәүсе төрөктәргә Төркиәлә үлем язаһын кире ҡайтарыу тураһындағы референдумда ҡатнашыуҙы тыйырға ниәтләй. Белгестәр Меркельдың был ҡарары сәйәси вәзғиәт тыуҙырыуы, халыҡ-ара көрсөккә еткереүе һәм ахыр сиктә ике ил араһындағы мөнәсәбәттәрҙе боҙоуы ихтимал, тип фаразлай.

Франсуа Олланд Францияның һайланған президенты Эммануэль Макронға фатиға бирҙе. “Беҙ йәмғиәтте тарҡатыуға килтергән ҡаршылыҡтар, коммунитаризм менән көрәшергә тейешбеҙ. Был йәһәттән һиңә, президент әфәнде ҙур өмөттәр бағлана,”-тигән 4 көндән президент вазифаһынан китеүсе Олланд.

НАТО Бөйөк Британияны Әфғанстандағы хәрби контингентын арттырырға саҡыра. Был хаҡта альянстың генераль секретары Столтенберг Лондонда Тереза мей менән осрашыуҙа белдергән.

Косово парламенты премьер-министр Иса Мостафа хөкүмәтенә ышанмаусанлыҡ белдергән. Уны һайлау алды вәғәҙәләрен үтәмәүҙә, ил өсөн мөһим ҡанундар ҡабул итмәүҙә ғәйепләйҙәр. Хәҙер Косовола ваҡытынан алда парламент һайлауҙары үтәсәк.



Последние новости

Яндекс.Метрика