Башҡортостанда «Муниципаль хеҙмәт» тураһындағы законға үҙгәрештәр индерелә

Башҡортостанда “Муниципаль хеҙмәт” тураһындағы законға үҙгәрештәр индерелә. Хәҙер муниципалитет етәксеһе булып тик урта йә иһә юғары белемлеләр генә эшләй ала. Был яңылыҡ халыҡ һәм башҡарма власть органдары араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яңы кимәлгә күтәрергә тейеш. Был хаҡта бөгөн парламент президиумы ултырышында әйтелде. Хәбәрсебеҙ ғәлимйән Ибәтуллин беҙҙең студия менән тура бәйләнешкә сыға. Ғәлимйән, киләһе ултырышта тағы ла ниндәй мөһим закон проекттары ҡараласаҡ.

Яндекс.Метрика