Башҡортостанда 200-ҙән ашыу йәшерен документ киң йәмәғәтселек иғтибарына сыға

Башҡортостанда 200-ҙән ашыу йәшерен документ киң йәмәғәтселек иғтибарына сыға. Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай башланғысы менән айырым һаҡ аҫтындағы архив йыйынтыҡҡа баҫтырылып көҙгә интернетҡа ҡуйыласаҡ. Закондар тупланмаһының 22-се томында 1942 йылда Башҡортостан хөкүмәте ҡабул иткән ҡарарҙар урын аласаҡ.

Һары ҡағыҙҙа күренер-күренмәҫ хәрефтәр менән яҙылған был һүҙҙәр 75 йыл элек тотош бер ғаилә яҙмышына ҡара болот булып яғыла. Сәйәси репрессияға эләккән меңәрләгән кеше өсөн Башҡортостан ере һуңғы төйәккә әйләнә.

Архив хеҙмәте ветераны Рәфҡәт Вәлишин ярты йыл дауамында алыҫ 42-сы йылда Башҡортостан хөкүмәте һәм коммунистар партияһы ҡабул иткән бөтә ҡарарҙарҙы өйрәнә. Барлығы 300-ҙән ашыу документ тикшерелә, улар араһынан тарих өсөн иң мөһимдәре һайлана. Әлегә тиклем был мәғлүмәттәрҙе асыуға рөхсәт булмай.

Авария хәрәкәт ваҡытында йоҡлап киткән машинист һәм кочегар арҡаһында сыға. Уларҙы илке-һалҡылыҡта ғәйепләйҙәр һәм ҡаты язаға тарттыралар.

Тап 1942 йылда Башҡортостандың аграр тармағы өсөн яңы дәүер башлана, Ҡырмыҫҡалы районында шәкәр заводы төҙөү ҡарар ителә. Ошо һәм башҡа бик күп мәғлүмәттәр архив белгесте өсөн дә ҙур асыш була.

Һуғыш барған көнбайыштан тиҫтәләрсә предприятие күсерелә. Хәрби техника, самолет, снаярдтарҙың күп өлөшө тап беҙҙең республиканан фронтҡа оҙатыла. Тәүге башҡорт истребителдәре халыҡ көсө менән төҙөлә.

Йәшерен мәғлүмәттәрҙә киң йәмәғәтселеккә еткереү башланғысын Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай күтәреп сыға. Быға тиклем баҫтырылған 21 томда Башҡорт автономияһы барлыҡҡа килгәндән – 1919 йылдан алып мәғлүмәттәр һаҡлана.

1942 йыл Бөтә илдәге кеүек Башҡортостан халҡы өсөн бик ҡатмарлы була. Бер ус бойҙай өсөн ас халыҡты яланға сығарып аталар, бер ҡаршы һүҙ илгә хыянат итеүгә тиңләнә. Тик һуғыш шарттарында күп мәғлүмәттәр йәшерен ҡала. 75 элек булған ысынбарлыҡ хәҙер асыҡлана. Йыйынтыҡ көҙгә электрон рәүештә Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай сайтында баҫыласаҡ.



Последние новости

Яндекс.Метрика