“Большой” фильмы

Кинорежиссерҙарҙың Рәсәй 1 каналы менән берлектә төшөргән йәнә бер фильмы ил кинотеатрҙары экрандарына сыҡты. Был юлы Валерий Тодоровский тамашасыларҙы балет сәнғәте, бейеүселәрҙең тормошо, уй-кисерештәре менән таныштыра. “Большой” фильмының премьераһында беҙҙең хәбәрселәр ҙә ҡатнашты.Валерий Тодоровский тамашасыларға  «Стиляги», «Качели», «Кислород», “Оттепель” һ.б. фильмдары аша яҡшы таныш. Яратҡан фильмдар  исемлегенә хәҙер уның яңы эшен “Большой” кинотаҫмаһын да ҡыйыу индерергә мөмкин.Ҙур булмаған шахтерҙар ҡалаһында Юля Ольшанская исемле ҡыҙ йәшәй. Балет артисы  Владимир Потоцкий менән танышыуы уның тормошон баштан-аяҡ үҙгәртә.Артабан репетициялар, Мәскәүҙә балет мәктәбе һәм уның яҙмышы легендар шәхес, балет примаһы — Галина Белецкая ҡулында. Был ролгә режиссер Алиса Фрейндлихты саҡыра.Валерий Тодоровский үҙен балет сәнғәте менән ҡыҙыҡһынған кешеләрҙән түгел инем, ти. Өс йыл элек, бер спектаклдән һуң, унда шаршау артын күреү теләге барлыҡҡа килә. Режиссер  бөтөнләй икенсе донъяға эләгә һәм тап шул ваҡыт балет, маҡсатҡа ирешеү, төп роль өсөн көрәш тураһында фильм төшөрөү идеяһы тыуа.Фильмдың  актерҙар составы ҡыҙыҡлы. Ролдәрҙә Алиса Фрейндлих, Валентина Теличкина, Александр Домогаров һ.б. актерҙар һәм  70-ләгән балет артисы. Юлия Ольшанская образы өсөн ике актриса эҙләргә тура килә. Балет мәктәбенә яңы килгән һәм уны тамамлап илдең төп театры — Ҙур театр сәхнәһенә сыҡҡан балерина. Көрәш, көнләшеү һәм һәләттең иң бейек нөктәһенә етеү – барыһы ла “Большой” фильмында. Балалар булһынмы, өлкәндәрме – бер генә тамашасыны ла битараф ҡалдырмаған был кинотаҫма теүәл бер айҙан сит ил экрандарына ла сығасаҡ.

Яндекс.Метрика