Слушайте и смотрите Хәйерле кис, республика! - 1674349457 | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Бөтә донъя шәфҡәт туташтары көнө

Был хеҙмәт төрө сағыштырмаса йәш. Шәфҡәт туташы бары быуат ярым элек барлыҡҡа килгән. Хәҙер иһә уның бурыстары яу яланынан алып тыныс тормошҡа тиклем тарала. Иңдәренә йөкмәтелгән яуаплылыҡ күләме бермә-бер арта. Башҡаланың 8-се клиник дауаханаһы баш шәфҡәт туташы Светлана Елпаева 400-гә яҡын хеҙмәттәше менән етәкселек итә. Аҡ халаттарҙың бөхтәлегенән башлап сирлегә тәғәйен һәр дарыуҙың ваҡытында ҡабул ителеүенә тиклем барыһы өсөн дә шәфҡәт туташы яуап бирә. Эш мәшәҡәтле, талаптар ҡәтғи, яуаплылыҡ юғары. Был һөнәрҙе һайлағандарҙың ошо һынауҙарға ҡаршы тора алмағаны ла осрай. Шәфҡәт туташы һәләте булмыштан, ти Светлана Анатольевна. Медицина хеҙмәт күрһәтмәй, ул һаулыҡ һағында тора. Шуға ла шәфҡәт туташтары үҙ бурысын сир дауалауҙа ғына түгел, ауырыуҙарҙың сырхауҙарын тыңлау, уларҙың күңел торошон хәстәрләүҙә лә күрә. Холоҡтоң был һыҙаттарын уҡыу йортонда ғына үҙләштереп булмай. Шәфҡәт туташы һөнәре серҙәрен иһә ошо мәртәбәле Өфө медицина колледжында үҙләштерергә мөмкин. Дәрестәр бында заман талаптары буйынса өр яңы алымдарҙы файҙаланып ойошторола.Колледжда урта медицина персоналының ете йүнәлеше буйынса һөнәр бирелә. Буласаҡ шәфҡәт туташтары дәрестәрҙә теоретик белем алһа, клиникаға тиклемге ғәмәли үҙәктә электрон тренажерҙарҙа шөғөлләнә. Уҡыу урындарында биш симуляцион класс бар. Уларҙағы күнегеүҙәр буласаҡ белгестәргә ысынбарлыҡтағы хәлде башҡарып ҡарап медицина ярҙамы күрһәтеү белеменең бар нескәлектәрен ғәмәлдә ҡабатлап нығыта. Фантомдар махсус тапшырғыстар менән йыһазландырылған. Улар һәр хәрәкәтең дөрөҫлөгөн билдәләп бара. Ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс һәм тәжрибә өсөн мөһим. Шәфҡәт туташы һөнәрен алырға теләгәндәрҙең һаны күп. Колледж йыл да 250 белгес әҙерләп сығара. Йәштәр медицина ярҙамының һыналған алымдарын да, яңы ысулдарҙы ла дәртләнеп өйрәнә. 150 йыл элек мәрхәмәтлек күрһәтер өсөн ойошторолған шәфҡәт туташтары хеҙмәте изге бурысына әле лә тоғро. Рәхмәттәрҙән дә бигерәк улар сирлеләрҙең булышлығына мохтаж. Сөнки дауалаусы менән дауаланыусы тырышлыҡтарын ҡабатлағанда сирҙе еңер, яраны уңалтыр көс барлыҡҡа килеүе билдәле. 

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Суд приставтары опекунға алынған балаларҙың банктағы иҫәптәрен япҡан | ГТРК «Башкортостан»

Суд приставтары опекунға алынған балаларҙың банктағы иҫәптәрен япҡан

Шул сәбәпле, тәрбигә алған ғаилә бурысҡа бата, был хәлде ғаилә башлығы законһыҙ, тип дәлилләй. Әммә суд приставтары икенсерәк фекерҙә. Яңы йыл алдынан Александр Буниндың 30 меңгә яҡын аҡсаһына суд приставтары арест һала. Зыян күреүсе белдереүенсә, картаға балаларҙы опекунлыҡҡа алған өсөн аҡса...

15 февраля 2019
Смотреть видео Сибай халҡы ситтән килгән политтехнологтарға ҡаршы махсус мөрәжәғәт менән сыҡты | ГТРК «Башкортостан»

Сибай халҡы ситтән килгән политтехнологтарға ҡаршы махсус мөрәжәғәт менән сыҡты

Сибай халҡы әле бында әле тегендә ниндәйҙер белдереүҙәр яһап, ҡотҡо таратыусыларға ҡаршы махсус мөрәжәғәт менән сыҡты.  Улар әйтеүенсә, ситтән килгән политтехнологтар килеп тыуған хәлде файҙаланып сәйәси капитал тупларға тырыша. Ауыр ваҡытта берҙәмлек талап ителә, ә бындай кешеләр халыҡты...

15 февраля 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Магнитогорскийҙа емерелгән йорт харабалары аҫтында ҡалған Ваня Фокин Мәскәүҙә дауахананан сығарылды. Бер айҙан ашыу сабый балалар хирургияһы һәм травмотология фәнни-тикшеренеү үҙәгендә дауаланды. Магнитогорскийҙың балалар дауаханаһы малайға шәхси реабилитация планы төҙөгән. Камчаткала көслө ҡар...

15 февраля 2019
Смотреть видео Бөгөн Рәсәйҙә совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға арналған саралар уҙғарыла | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Рәсәйҙә совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға арналған саралар уҙғарыла

Йыл һайын 15 февралдә Рәсәйҙә совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға арналған саралар уҙғарыла. Был көн Рәсәй тарихының иҫтәлекле даталары календарына индерелгән һәм дәүләт кимәлендә билдәләнә. 30 йыл элек һалдаттар һәм офицерҙар үҙҙәренең хәрби бурысын намыҫ, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ менән үтәп...

15 февраля 2019
Смотреть видео Бөгөн Республика клиник онкология оҫталыҡ дәрестәре үтте | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Республика клиник онкология оҫталыҡ дәрестәре үтте

Бөгөн Республика клиник онкология диспансерында билдәле профессор, медицина фәндәре докторы Пётр Царьков оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Лекциянан тыш, тәжрибәле белгес заманса ысул менән йыуан эсәктең яман шешен юҡ итеү буйынса операция эшләп күрһәтте.Республика клиник онкология диспансерында...

15 февраля 2019
Смотреть видео Балалар өсөн юғары технологиялы протездар | ГТРК «Башкортостан»

Балалар өсөн юғары технологиялы протездар

Башҡортостандың Страховкалау фонды Сколково белгестәре менән килешеү төҙөнө. Был килешеү сиктәрендә тыумыштан ҡулһыҙ һәм төрлө сәбәптәр менән ҡулын юғалтҡан кешеләргә бушлай протездар ҡуйыласаҡ. Ҡул суғы һәм ҡушар протезы яһалма ҡулдың элекке өлгөһөнән ағза функцияларын ҡайтарыу үҙенсәлеге менән...

15 февраля 2019
Смотреть видео 40 миллиард һумлыҡ килешеү | ГТРК «Башкортостан»

40 миллиард һумлыҡ килешеү

Сочиҙағы инвестиция форумында Башҡортостан 40 миллиард һумлыҡ килешеүҙәр төҙөнө. Ҡара диңгеҙ ярындағы эшлекле осрашыуҙар барышында республика төрлө компаниялар менән ошондай суммаға килешеү төҙөнө. Инвестиция майҙансыҡтарының интерактив таҡталары. Тап ошо замана ысулы ярҙамында йүнселлек менән...

15 февраля 2019
Смотреть видео Бергә йырлап алайыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Бергә йырлап алайыҡ

Башҡортостан телевидениеһына 60 йыл тулыу уңайынан «Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы башҡорт телендә 60 караоке бүләк итә. Бында күптәрҙең күңеленә хуш килгән ретро,заманса хиттар,йәштәр өсөн дәртле йырҙар тәҡдим ителә. 

14 февраля 2019
Смотреть видео Берҙәмлектә-көс | ГТРК «Башкортостан»

Берҙәмлектә-көс

Ҡырмыҫҡалы районы Ҡамышлы ауылы советы биләмәһендә йәшәүселәр мәсет һәм сиркәү төҙөгән. Әле Ҡамышлы ауылында сиркәү төҙөү башланған. Үрге Төкөндә аҙан тауышы бөтә ауылға яңғырай. 2015 йылда төҙөлгән мәсеткә килеүселәр һаны көндән көн арта. Каникулдарҙа уҡыусыларҙың, шулай уҡ ауыл йәштәренең иман...

14 февраля 2019
Смотреть видео Яңы поликлиника | ГТРК «Башкортостан»

Яңы поликлиника

Өфө районының Максимовка ауылында яңы поликлиника асылды. Модулле амбулатория нигеҙендә төҙөлгән яңы бина бөтә заман талаптарына ла яуап бирә. 7 меңдән ашыу кеше йәшәгән ауыл өсөн был ҙур бүләк. Максим Прытков 30 йылдан ашыу Масимовка ауылында йәшәй. Хәҙер инде беренсегә ҡалаға бармай ғына, тыуған...

14 февраля 2019
Смотреть видео Хужаһыҙ күпер | ГТРК «Башкортостан»

Хужаһыҙ күпер

Өфөлә йәшәүселәр ике яҡты тоташтырған күперҙең ҡарҙан таҙартылмауы өсөн борсола. Был күпер 2007- се йылда төҙөлгән. Күперҙән йәш әсәләр һәм оло кешеләр йыл һайын көрт йырып үтергә мәжбүр. Урындағы халыҡ һүҙҙәренсә, күперҙе ҡарҙан таҙартыу һәм нығытыу өсөн улар ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итә, әммә...

14 февраля 2019
Смотреть видео Алдаҡсыға ниндәй яза? | ГТРК «Башкортостан»

Алдаҡсыға ниндәй яза?

Өфөнөң Киров районы суды Эдуард Ишбаев эше буйынса  тәүге ултырыш үткәрҙе. Халыҡҡа фатир менән  һәм уҡырға инергә ярҙам итәм, тип миллионлап аҡса урлаған енәйәтсе судья һәм алданыусылар алдында яуап тота. Судтың ултырыштар залы өсөн ғәҙәти түгел күренеш – көлөү тауыштары яңғырай....

14 февраля 2019
Смотреть видео Рәсәй инвестиция форумы | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй инвестиция форумы

Сочила бөгөн Рәсәй инвестиция форумы башлана. Унда Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация  ҡатнаша. Инвестфорум ике көн дауам итә. Власть вәкилдәре, эшҡыуарҙар төрлө милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу юлдарын өйрәнә. Әйткәндәй, быйыл Сочила...

14 февраля 2019
Смотреть видео Мостай Кәрим – изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы | ГТРК «Башкортостан»

Мостай Кәрим – изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы

“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы “Мостай Кәрим – изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы” тип аталған әҙәби-педагогик бәйге иғлан иткәйне. Бөгөн тантаналы рәүештә уның еңеүселәрен тәбрикләнеләр.   Саҡырылған ҡунаҡтар араһында әҙиптең ҡыҙы Әлфиә Кәримова ла булды.  Бәйгелә уҡыусылар, мәктәп һәм...

13 февраля 2019
Смотреть видео Сибайҙа хәл арҡаһында күптәр сәйәси капитал туплап ҡалырға тырыша | ГТРК «Башкортостан»

Сибайҙа хәл арҡаһында күптәр сәйәси капитал туплап ҡалырға тырыша

Әле бында әле тегендә ниндәйҙер белдереүҙәр яһап ҡотҡо таратыусыларға ҡаршы ҡала халҡы махсус мөрәжәғәт менән сыҡты.

13 февраля 2019
Смотреть видео Сибай карьерын һелтеле һыу менән тултырыу дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Сибай карьерын һелтеле һыу менән тултырыу дауам итә

Эштәр 20-се мартҡа тиклем тамамланырға тейеш. Ҡалала әле беҙҙең ижади төркөм эшләй. Хәбәрсебеҙ Закир Шәрипов студия менән тура бәйләнешкә сыға.

13 февраля 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Нижневартовск ҡалаһында биш ҡатлыҡ йорт янған. Янғын күптәр эштә булғанда башланған, шуға ла һәләк булыусылар юҡ. 100 квадрат метрҙа ут ҡыйыҡты тулыһынса ялмап алған. Йорттан 40-лап кеше эвакуацияланған. Лос-Анжелеста бер водитель полиция хеҙмәткәрҙәренең уяулығын тикшереп ҡараған. Үҙ...

13 февраля 2019
Смотреть видео Өфө табиптары бәхетһеҙлеккә тарыған ҡатындың өҙөлгән ҡулын ҡотҡарған | ГТРК «Башкортостан»

Өфө табиптары бәхетһеҙлеккә тарыған ҡатындың өҙөлгән ҡулын ҡотҡарған

Мөғжизә башҡаланың 21 клиник дауаханаһында була. Хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева ваҡиға мәғлүмәттәрен асыҡланы. 1984 йылда микрохирургия атамаһы менән асылған был бүлек хәҙер ҡан тамырҙары хирургияһы исеме менән билдәле. Бында табиптар йылына егерменән ашыу ҡатмарлы операция яһай. Араларында иң...

13 февраля 2019
Смотреть видео Сибай ҡалаһы бөтә республиканың иғтибар үҙәгендә ҡала | ГТРК «Башкортостан»

Сибай ҡалаһы бөтә республиканың иғтибар үҙәгендә ҡала

 Бында урындағы карьерҙан көкөрт диоксиды сығыу сәбәпле экологик хәл ҡатмарлашҡайны. Республика етәксеһе ҡалалағы хәлде шәхсән күҙәтеүгә алып ғәйәт ҙур эштәр башҡарҙы. Шуларҙың береһе-Сибай карьерын һелтеле һыу менән тултырыу ҡарары. Эштәр 20-се мартҡа тиклем тамамланырға тейеш. Ҡалала әле...

13 февраля 2019
Смотреть видео Янғын һүндерелде | ГТРК «Башкортостан»

Янғын һүндерелде

Өфөлә Индустриаль урамындағы автомобиль һатыу үҙәгендә сыҡҡан янғынды төнө буйы һүндерергә тура килде. Бөгөн  харабаларҙы таҙартыу башланды. Янғында һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. 3 ҡатлыҡ үҙәк кисә киске бишенсе яртылар тирәһендә яна башланы. ДЭУ маркалы Матиз һәм Нексия...

13 февраля 2019
Смотреть видео Үлем менән йәшәү араһы ике саҡырым | ГТРК «Башкортостан»

Үлем менән йәшәү араһы ике саҡырым

Бөгөн иртән Стәрлетамаҡ районында Өфө-Ырымбур юлында “Лада Ларгус” водителе светофорҙың ҡыҙыл утына туҡтап торған ауыр йөк машинаһы аҫтына инеп китте. Йөк машинаһы водителе бәрелеүҙе һиҙмәй хәрәкәтен дауам итә. Лада Ларгусты ике саҡырым һөйрәтеп барғандан һуң ғына уға үтеп барыусы водителдәр...

13 февраля 2019
Смотреть видео Бергә йырлап алайыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Бергә йырлап алайыҡ

Башҡортостан телевидениеһына 60 йыл тулыу уңайынан «Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы башҡорт телендә 60 караоке бүләк итә. Бында күптәрҙең күңеленә хуш килгән ретро,заманса хиттар,йәштәр өсөн дәртле йырҙар тәҡдим ителә. 

12 февраля 2019
Смотреть видео Бөгөн Рәми Ғариповтың тыуыуына 87 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Рәми Ғариповтың тыуыуына 87 йыл

Үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә Рәми Ғарипов үлемһеҙ әҫәрҙәре менән халҡыбыҙҙың йөрәгендә уйылып ҡалды. Бар булмышын, йөрәк тибешен туған тел, рух, милләт яҙмышына арнаған шәхес 1932-се йылдың 12-се февралендә Салауат районы Арҡауыл ауылында донъяға килә. Ғариповҡа ғүмер юлында күп ҡайғы-хәсрәт...

12 февраля 2019
Смотреть видео Башҡортостандың баш ҡалаһы яҙғы ташҡынға әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың баш ҡалаһы яҙғы ташҡынға әҙерләнә

 Өфө хакимиәтендә ҡаланың барлыҡ райондарында халыҡтың йәшәйешен тәьмин итеү һәм яҙғы ташҡынды аварияһыҙ үткәреү буйынса саралар планы төҙөлә башланы. 11 мартҡа тиклем ташҡынға ҡаршы комиссиялар ойоштороласаҡ. Ҙур һыуға әҙерләнеү өсөн яуаплылар билдәләнгән. Башҡортостанда ташҡындың иң юғары...

12 февраля 2019
Смотреть видео Башҡортостан мәктәптәрендә уҡытыусылар етмәй | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан мәктәптәрендә уҡытыусылар етмәй

Ә йәш белгестәр мәғәриф өлкәһендә эшләргә ашыҡмай. Һөҙөмтәлә бер-нисә фәнде бер үк кеше уҡытырға мәжбүр. Гөлшат Солтангәрәева өс фәндән белем бирергә мәжбүр. Шабай ауылы урта мәктәбендә уҡытыусылар етмәү сәбәпле, ул тарих, һынлы сәнғәт һәм география фәндәрен уҡыта. Өҫтәүенә, был эште уҡытыу бүлеге...

12 февраля 2019
Смотреть видео Рәсәйҙә аналог телевидениеһын һүндереү башланды | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә аналог телевидениеһын һүндереү башланды

Беҙҙең ил цифрлы телевидение дәүеренә аяҡ баҫа. Республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Башҡортостанда халыҡтың цифрлы телевидение приставкаларын һатып алыуға сығымдары ҡапланасаҡ һәм һанлы телесигнал булмаған урындарҙа юлдаш  антенналары ҡуйыласаҡ. Пенсияһына федераль социаль...

12 февраля 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй Оборона министрлығы Тымыҡ океан флоты артиллеристарының күнекмәһен үткәрҙе. Хәрбиҙәр “Град” реактив системаһын һынап ҡараған. 6 саҡырымдан 12 саҡырымға тиклем урынлашҡан шартлы дошман юҡ ителгән. Истамбулда харабалар аҫтынан 5 йәшлек ҡыҙ ҡотҡарылған. 6-сы февралдә булған фажиғәлә 6 кешенең...

12 февраля 2019
Смотреть видео Беҙҙең киләсәгебеҙ | ГТРК «Башкортостан»

Беҙҙең киләсәгебеҙ

Республиканың ҡан биреү станцияһы “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең төбәк бүлексәһе һәм “Беҙҙең киләсәгебеҙ” хәйриә фонды менән берлектә “Мәрхәмәтле донор” тигән конкурс ойоштора. Бер йыл дауам итәсәк сара сигендә республика халҡы ҡан тапшыра аласаҡ. Конкурста республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса...

12 февраля 2019
Смотреть видео Хоспис, йәғни тыныслыҡ йорто | ГТРК «Башкортостан»

Хоспис, йәғни тыныслыҡ йорто

Өфөлә балалар һәм өлкәндәр өсөн хоспис төҙөү мәсьәләһе хәл ителә. Әммә уны төҙөү өсөн бер гектар ер һәм яҡынса 150 миллион һум аҡса кәрәк. Дүрт йәшлек Богдан махсус ҡоролмаһыҙ йәшәй алмай. Сабыйҙың үҙәк нервы системаһы ҡаҡшап тыуыу сәбәпле, ул инвалид. Уның әсәһе Лилиә Йомағолова улын өйөндә...

12 февраля 2019
Смотреть видео Стәрлетамаҡта бағанаға бәрелгән автобус пассажирҙарына аҡса түләнәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Стәрлетамаҡта бағанаға бәрелгән автобус пассажирҙарына аҡса түләнәсәк

Күрелгән зыянды ҡаплау өсөн һәр пассажир ғариза яҙа ала. Түләүҙәр күләме билдәле түгел. Әммә Яуаплылыҡты страховкалау союзынан хәбәр итеүҙәренсә, ул йәрәхәт төрөнә бәйле. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 8 февралдә пассажир автобусы бағанаға бәрелгәйне.19 кеше, шул иҫәптән 3 бала йәрәхәттәр алғайны. 15 пассажир...

12 февраля 2019
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика