Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Перу республикаһының Пьюра ҡалаһында денге биҙгәгенең эпидемияһы башланған.  Был ҡурҡыныс ауырыуҙан 19 кеше ғүмерен юғалтҡан.  Рәсми мәғлүмәттәр буйынса,  вирусты 3150 кеше йоҡтороп өлгөргән.  12 меңе дауаханаға оҙатылған. Был вирусты серәкәйҙәр тарата. 
Май уртаһында ҡыш. Карелия республикаһының Сегежа ҡалаһында 20 сантиметрлыҡ ҡар яуған, хатта буран сыҡҡан. Машиналар көрттә батып ултыра, өлкәндәр ҡар көрәй, балалар тау шыуа, ҡар бәрешле уйнай. Ә ғәҙәттә, был төбәктә ошо ваҡытта һауа температураһы 15 градус йылы булған. 

Шәкәр өсөн талаш. Әстерхан ҡалаһы супермаркеттарының береһендә осһоҙ шәкәр өсөн ике ҡатын ғауға ойошторған. Улар бер тоҡто бүлешә алмай, хатта кибеттең иҙәненә ятып һуғыша башлаған. Ошондай күренеште Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә күҙәтергә мөмкин ине. Липецк, Омск ҡалаларында төшөрөлгән видеояҙмаларҙан да күренеүенсә, осһоҙ продукция артынан оҙон-оҙон сираттар йыйылған. 30 һумға бер килограмм шәкәр алып өлгөрөр өсөн халыҡ үҙен тәртипһеҙ тотҡан. Уларҙы хатта магазин хеҙмәткәрҙәре лә туҡтата алмаған.

 

Выиграйте 2 билета на концерт ВАЛЕРИИ! - 1439496029 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика