Башҡортостан һәм Ҡрым араһындағы бәйләнетәргә яңы һулыш
Башҡортостан һәм Ҡрым араһындағы бәйләнетәргә яңы һулыш.
Башҡортостанға эш сәфәре менән Ҡырым республикаһы вәкилдәре килде.Өфөнөң Конгресс-холл бинаһында ярымутрау етәксеһе Сергей Аксенов менән Рөстәм Хәмитов осрашты, әлеге минуттарҙа ике төбәктең бизнес вәкилдәре араһында һөйләшеүҙәр бара. Уға тиклем яҡтар үҙ-ара хеҙмәттәшлек килешеүе сиктәрендә саралар планын раҫланы. Беҙҙең менән бәйләнештә хәбәрсебеҙ Закир Шәрипов. Закир хәйере көн, ике республика вәкилдәре ниндәй йүнәлештәрҙе билдәләне.
Хәбәрҙәр

Бөгөн бөтә донъя Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә
Ул ЮНЕСКО Генераль конференцияһының 30-сы сессияһы ҡарары менән булдырылды. ЮНЕСКО ойошмаһынан хәбәр итеүҙәренсә, телдәрҙең күбеһе юғала бара һәм ҡурсалауға, ярҙамға мохтаж. Өфөлә туған телдәр фестивалендә лә телдәрҙе һаҡлау тураһында һүҙ барҙы. Гүзәл быйыл 10-сы синыфты тамамлай....

Сибайҙан беренсе төркөм балалар Ҡырымға йүнәлде
250 малай һәм ҡыҙ Магнитогорск аэропортынан чартер рейс менән ярымутрауға осто. Евпаторияла уҡыусылар “Хыял” шифаханаһында ике аҙна һауылығын нығытып, төрлө сараларҙа ҡатнашып, экскурсияларға йөрөйәсәк. Киләһе төркөм Ҡара диңгеҙгә март уртаһында юллана. Улар исемлегендә карьерға яҡын йәшәгән мәктәп...

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Астрахань өлкәһендә Федераль именлек хеҙмәткәрҙәре “Ислам дәүләте” ойошмаһының урындағы әүҙем ағзаһын ҡулға алған. Ҡатын Мәскәүҙә, Астраханда, Томскийҙа һәм Төнъяҡ Кавказ республикаларында террорҙы финанаслауға аҡса йыйған. Ҡытайҙа өс ҡояш ҡалҡҡан. Шаһиттар тәбиғәттең был күренешен видеоға...

Пенсиялар арта
Республикала уртаса пенсия 13 мең 585 һумға етте. Был хаҡта бөгөн Башҡортостандың статистика хеҙмәте хәбәр итте. Башҡортостанда әле 1 миллион 195 мең пенсионер йәшәй. Уларҙың күбеһе страховка пенсияһын ала. Бындай пенсияның уртаса күләме төбәктә 13 мең 962 һумға етә....

Хакимиәт башлыҡтары-подъездарҙа
Республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, Ишембай районы башлығы күп ҡатлы йорттарҙың подъездарын тикшереп сыҡты. Шулай уҡ, ул унда йәшәүселәр һәм идарасы компаниялар менән аралашты. Республика программаһы сиктәрендә быйыл Ишембайҙа 23 миллион һумға 124 подъезды төҙөкләндерергә тейештәр...

Эҙмә-эҙлекле эш һөҙөмтәһен бирә
911 алданған өлөшсөгә ярҙам ителгән, 19 йорт проблемалы төҙөлөш исемлегенән сығарылған. Әлеге ваҡытта өлөшләтә төҙөлөш майҙандарындағы ҡалған йорттар буйынса финанс сығанаҡтар барлана. Алданған өлөшсөләр исемлеген төҙөү дауам итә. Объекттар төҙөлөшөнә булышлыҡ итеү буйынса төбәк операторы тарафынан...

Башҡортостан автобустары Мәскәү пассажирҙарын хеҙмәтләндерәсәк
Нефтекама машина төҙөүселәре Рәсәй башҡалаһына өсөнсө быуын автобустар оҙатырға әҙер. Динар Йәһүҙин заводта дүртенсе йыл эшләй. Слесарь булараҡ ул автобустарҙың тышҡы өлөшөн йыя. Шуға ла предприятие етештергән машиналарҙы алыҫтан таный. Ғорурлыҡтан тыш заводта эшләүселәргә сәм тойғоһо хас. Машина...

Гөлли Мөбәрәкова баҡыйлыҡҡа күсте
83-сө йәшендә легендар актриса, СССР, РСФСР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлли Мөбәрәкова арабыҙҙан китте. Ҙур юғалтыу. Гөлли Мөбәрәкова менән иртәгә 11 сәғәттә Башҡорт дәүләт академия драма театрында хушлашырға мөмкин. СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан...

Егерме беренсе быуаттан ун туғыҙға
Өфөнөң 45-се мәктәбе хәҙер инде йолаға әүерелгән “Әҙәби музыкаль бал” үткәрҙе. Быйыл 22 тапҡыр ойошторолған сара Театр йылына бағышланды. Егет-ҡыҙҙар парлашып, гүзәллек һәм сафлыҡ бейеүе - вальста әйләнә. Өфөнөң 45-се мәктәбе 20 йылдан ашыу инде “Әҙәби бал” ойоштора. Быйылғы сара...

Республика Заһир Вәлитовты һуңғы юлға оҙатты
Бөгөн Башҡортостан халҡы Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Заһир Суфыян улы Вәлитовты һуңғы юлға оҙатты. Заһир Вәлитов 1940 йылдың көҙөндә Күгәрсен районы Вәлит...

Рәсәй транспорт полицияһы ойошторолоуға-100 йыл
Эске эштәр министрлығының был бүлексәһенә һауа, тимер юл һәм һыу транспортында тәртип һаҡлау бурысы йөкмәтелгән. Өфө тимер юл вокзалында пассажирҙар именлеген тәьмин итеүгә Холли һәм Жуля ҡушаматлы спаниель тоҡомло эттәр ҙа йәлеп ителгән. Улар хәрби ҡорал, шартлатҡыстар, наркотик...

Сибайҙа әҙәби марафон башланды
Республиканың мәҙәниәт министрлығы ойошторған был сара мартҡа тиклем дауам итәсәк. Уның сиктәрендә республиканың билдәле сәнғәт әһелдәре, эстрада йырсылары, театр эшмәкәрҙәре халыҡ менән осраша. Сибай халҡы алдында тәүгеләрҙән булып Нәзифә Ҡадырова, Азамат Тимеров, Салауат Мөхәмәтйәров...

Игорь Комаров Сибайҙағы хәл буйынса бар ҡарарҙар үтәлер тигән ышаныс белдерҙе
Игорь Комаров бөгөн шулай уҡ Сибайҙағы хәл буйынса ла кәңәшмә үткәрҙе. Ул республика етәкселеге башҡарған эштәрҙе хуплап, бар ҡабул ителгән ҡарарҙар үтәлер тигән ышаныс белдерҙе.

Башҡортостан Рәсәй президентының май указдарын тормошҡа ашырырға әҙер
Рәсәй Президенты Владимир Путин 2018-се йылда ҡул ҡуйған Май Указдарын тормошҡа ашырыуға Башҡортостан тулы ҡеүәттә әҙер. Милли проекттың маҡсаты - илдәге социаль һәм иҡтисади хәлде яҡшыртыу, халыҡҡа уңайлы шарттар тыуҙырыу һәм мөмкинлектәр булдырыу. 2024-се йылға тиклем иҫәпләнгән документтың...

Өфөлә ҡатнаш алыш буйынса республика чемпионаты һәм беренселеге үтте
Башҡортостандың ММА Федерацияһы ике тапҡыр Советтар Союзы геройы Муса Гәрәев иҫтәлегенә ҡатнаш алыш спорты буйынса республика чемпионаты һәм беренселеген ойошторҙо. Ярышта 150-нән ашыу йәш спортсы ҡатнашты. Сара алдынан Динамо стадионы нигеҙендә ММА үҙәген рәсми асыу тантанаһы үтте. Шулай уҡ хәрби...

Өфөләге иң ҙур бассейн ярыштарға әҙер
Башҡортостандың 100 йыллығына-100 объект проекты сиктәрендә төҙөлгән бассейнды июнь айында рәсми асыу көтөлә. Әле бында ярыштар ойошторорға тирә-яҡтағы әүҙем төҙөлөш ҡамасаулай. 37 мең квадрат метр майҙанда урынлашҡан спорт әҙерлеге үҙәге бинаһының башҡа залдарында төҙөкләндереү-биҙәү эштәре...

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Үҙәк хәрби округының “Искәндәр-М” комплекстары Свердловск өлкәһендә күнекмәләр ваҡытында шартлы дошмандың йәшерен команда пункттарын юҡ итте. Маневрҙа 300 хәрби һәм 100 берәмек техника ҡатнашҡан. Францияла “һары жилеттар” 14-се тапҡыр ҡаршылыҡ акцияһына сыҡты. Хоҡуҡ һаҡлау органдары...

Министр урынбаҫарына шелтә
Бөгөн Республика йортонда үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу эшенә баҫым яһарға ҡушты. Ҡала һәм райондарҙың хакимит башлыҡтары яҙ һәм йәй урамдарҙы таҙартыу өсөн кәрәкле техника алыу тураһында бөгөндән уйлана башларға тейеш, тине Радий Хәбиров.

Ҡыйыҡтарҙан ҡар төшөү осраҡтары йышайҙы
Көндәрҙең ҡапыл йылытыуы сәбәпле ҡыйыҡтарҙан ҡар төшөү осраҡтары йышайҙы. Бер көндә генә Өфөлә бер нисә автомобилгә зыян килгән. Граждандарҙы һаҡлау идаралығы машиналарҙы йорттарға яҡын ҡуймаҫҡа саҡыра. Йәйәүлеләр ҙә уяулыҡты юғалтмаҫҡа тейеш. Черниковка биҫтәһендә икенсе класта уҡыусы малай...

Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы бөгөн дә юлдарҙа айырыуса һаҡ булырға саҡыра
Ҡар, епшек ҡар яуыуы, көньяҡ райондарҙа көслө буран сығыуы көтөлә. Ағастарға, тимер сымдарға ҡар һырыуы ихтимал. Елдең тиҙлеге секундына 18 метрға тиклем етәсәк. Ҡотҡарыусылар ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта 112 телефонына шылтыратырға саҡыра.

Республика юлдарында хәл ҡатмарлы булып ҡала
Уҙған аҙнала төрлө аварияларҙа 9 кешенең ғүмере өҙөлгән. Был турала бөгөн республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан хәбәр иттеләр. Юл-транспорт фажиғәләренең төп сәбәбе - тиҙлекте арттырып ҡаршы яҡ юлға сығыу. Аварияларҙың байтаҡ өлөшө шәмбегә тура килә.

Суд приставтары опекунға алынған балаларҙың банктағы иҫәптәрен япҡан
Шул сәбәпле, тәрбигә алған ғаилә бурысҡа бата, был хәлде ғаилә башлығы законһыҙ, тип дәлилләй. Әммә суд приставтары икенсерәк фекерҙә. Яңы йыл алдынан Александр Буниндың 30 меңгә яҡын аҡсаһына суд приставтары арест һала. Зыян күреүсе белдереүенсә, картаға балаларҙы опекунлыҡҡа алған өсөн аҡса...

Сибай халҡы ситтән килгән политтехнологтарға ҡаршы махсус мөрәжәғәт менән сыҡты
Сибай халҡы әле бында әле тегендә ниндәйҙер белдереүҙәр яһап, ҡотҡо таратыусыларға ҡаршы махсус мөрәжәғәт менән сыҡты. Улар әйтеүенсә, ситтән килгән политтехнологтар килеп тыуған хәлде файҙаланып сәйәси капитал тупларға тырыша. Ауыр ваҡытта берҙәмлек талап ителә, ә бындай кешеләр халыҡты...

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Магнитогорскийҙа емерелгән йорт харабалары аҫтында ҡалған Ваня Фокин Мәскәүҙә дауахананан сығарылды. Бер айҙан ашыу сабый балалар хирургияһы һәм травмотология фәнни-тикшеренеү үҙәгендә дауаланды. Магнитогорскийҙың балалар дауаханаһы малайға шәхси реабилитация планы төҙөгән. Камчаткала көслө ҡар...

Бөгөн Рәсәйҙә совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға арналған саралар уҙғарыла
Йыл һайын 15 февралдә Рәсәйҙә совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға арналған саралар уҙғарыла. Был көн Рәсәй тарихының иҫтәлекле даталары календарына индерелгән һәм дәүләт кимәлендә билдәләнә. 30 йыл элек һалдаттар һәм офицерҙар үҙҙәренең хәрби бурысын намыҫ, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ менән үтәп...

Бөгөн Республика клиник онкология оҫталыҡ дәрестәре үтте
Бөгөн Республика клиник онкология диспансерында билдәле профессор, медицина фәндәре докторы Пётр Царьков оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Лекциянан тыш, тәжрибәле белгес заманса ысул менән йыуан эсәктең яман шешен юҡ итеү буйынса операция эшләп күрһәтте.Республика клиник онкология диспансерында...

Балалар өсөн юғары технологиялы протездар
Башҡортостандың Страховкалау фонды Сколково белгестәре менән килешеү төҙөнө. Был килешеү сиктәрендә тыумыштан ҡулһыҙ һәм төрлө сәбәптәр менән ҡулын юғалтҡан кешеләргә бушлай протездар ҡуйыласаҡ. Ҡул суғы һәм ҡушар протезы яһалма ҡулдың элекке өлгөһөнән ағза функцияларын ҡайтарыу үҙенсәлеге менән...

40 миллиард һумлыҡ килешеү
Сочиҙағы инвестиция форумында Башҡортостан 40 миллиард һумлыҡ килешеүҙәр төҙөнө. Ҡара диңгеҙ ярындағы эшлекле осрашыуҙар барышында республика төрлө компаниялар менән ошондай суммаға килешеү төҙөнө. Инвестиция майҙансыҡтарының интерактив таҡталары. Тап ошо замана ысулы ярҙамында йүнселлек менән...

Бергә йырлап алайыҡ
Башҡортостан телевидениеһына 60 йыл тулыу уңайынан «Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы башҡорт телендә 60 караоке бүләк итә. Бында күптәрҙең күңеленә хуш килгән ретро,заманса хиттар,йәштәр өсөн дәртле йырҙар тәҡдим ителә.

Берҙәмлектә-көс
Ҡырмыҫҡалы районы Ҡамышлы ауылы советы биләмәһендә йәшәүселәр мәсет һәм сиркәү төҙөгән. Әле Ҡамышлы ауылында сиркәү төҙөү башланған. Үрге Төкөндә аҙан тауышы бөтә ауылға яңғырай. 2015 йылда төҙөлгән мәсеткә килеүселәр һаны көндән көн арта. Каникулдарҙа уҡыусыларҙың, шулай уҡ ауыл йәштәренең иман...
- 1
- 2
- 3
- 4
- 5
- 6
- 7
- 8
- 9
- …
- следующая ›
- последняя »