Суд приставтары республика юлдарында 1 миллион һумдан ашыу бурысты ҡайтарып алған

Суд приставтары республика юлдарында 1 миллион һумдан ашыу бурысты ҡайтарып алған. Был сумма ни бары ике аҙна эсендә йыйылған. Рейдтар “юл приставы” аппарат комплексы ярҙамында башҡарыла. Ул автомобилдәр ағымынан бурысы булған машиналарҙы табырға ярҙам итә. Бындай саралар йәй айҙарында даими уҙғарыла.

Шаршамбы иртәһе был автоһәүәҫкәргә көтмәгән күстәнәс әҙерләне. Йәш кеше үҙенең 8 мең һум бурысы барлығын белеп тә приставтар менән күрешеүҙән ҡасып йөрөгән. Әммә бөгөн саҡырылмаған ҡунаҡтар уны юлда ҡаршы алды.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы, суд приставтары һәм һалым хеҙмәте менән берлектә үткән рейд бер нисә сәғәт эсендә генә егермегә яҡын бурыслыны асыҡланы.

Ваҡытында түләнмәгән бурысы өсөн был водителгә тимер аты менән бөгөнгә хушлашып, юлды йәйәү дауам итергә тура килә.

Юл приставы комплексы автомобильдәр ағымынан сираттағы бурыслыны таба, юл хәрәкәте инспекторҙары уны туҡтатып приставтарға тапшыра. Асыҡланыуынса, тимер аттың элекке хужаһы 10 меңдән ашыу штрафын түләмәгән.

Ике йыл элек эш башлаған юл приставы комплексы яҡыш һөҙөмтә күрһәтә.

Штраф, һалым, торлаҡ коммуналь түләүҙәр, ҡайтарылмаған кредиттар һәм алимент бурысы булғандарҙы асыҡлау яҡшы һөҙөмтә күрһәтә. Автоһәүәҫкәрҙәрҙең быға ҡарашы төрлө. Әйткәндәй, штрафтарҙы йә иһә башҡа бурыстарҙы урында уҡ түләргә мөмкин. Бындай мөмкинлеге булмағандар суд приставтары бүлектәренә саҡырыу ала. Ә бурысы 3 мең һумдан ашҡан осраҡта автомобилгә арест һалып махсус туҡталҡаға оҙаталар.

Әле республика буйынса 8 берәмек юл приставы комплексы эшләй. Берлектәге рейдтар ял көндәренә ҡарай ҡаланан сыҡҡан урындарҙа даими ойошторола. Бурыслыларҙы асыҡлау буйынса рейдтар йәй буйына дауам итәсәк.



Последние новости

Яндекс.Метрика