Республиканың иң һәләтле балалары

Республиканың иң һәләтле балалары.

Диктор Һәләтле балаларҙың «Ал сәскә” беренсе республика  телевизион конкурсының икенсе туры тамамланды. Ике меңгә яҡын бала был конкурста ҡатнашырға теләген белдергән. Конкурстың ойоштороу комитеты әле икенсе турға әҙерләнә. “Башмачок” бейеү ансамбленең етәксеһе Екатерина Патрушева бөгөн ҡыҙҙарға ҡыуансылы хәбәр еткерҙе. Улар һәләтле балаларҙың «Ал сәскә” беренсе республика  телевизион конкурсының икенсе турына үткән. Иң мөһиме шунда: ансамблдә ҡатнашҡан ҡыҙҙар был хаҡта белмәгән. Коллектив етәксеһе конкурс тураһында ишеткәс тә, һайланма турға бейеү төшөрөлгән видеотаҫма ебәрә. 

Әле ойоштороу комитеты алдында көн һайын икенсе турға үткән балаларҙың ата-әсәһенә шылтыратып ҡыуаныслы хәбәрҙе еткереү бурысы тора. 
СНХР Маргарита Ғафарова «Ал сәскә” беренсе  республика телефизион конкурсының ойоштороу комитеты (оргкомитет конкурса )
Хәбәрсе. Һәләтле балаларҙың «Ал сәскә” беренсе  республика телефизион конкурсы беренсе апрелдән башланды. Йыр-бейеүгә оҫта булған кескәйҙәрҙең  www.gtrk.tv  сайтына инеп, «Ал сәскә» тип аталған анкетаны тултырып видеотаҫма ебәреү мөмкинселеге бар ине. Беренсе һайлап алыу турына ике меңгә яҡын видеотаҫма ебәрелгән. 

Әле конкурс ҡыҙыу мәлендә бара. Еңеүселәрҙе телевизор һәм фотоаппарат көтә. Бындай бүләкте отор өсөн йәш артистарҙан кокурста үҙ һәләттәрен юғары кимәлдә күрһәтеүе талап ителә. Икенсе һайлап алыу туры 30, 31-се майҙа үтеп, һөҙөмтәләре 3 июнь билдәле буласаҡ. Теләгән һәр бала был конкурста үҙ һәләтен күрһәтә ала. 



Последние новости

Яндекс.Метрика