Тәфтиш комитеты Өфөлә 7 йәшлек баланың өҫтөнә тимер конструкция ҡолау осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты

Тәфтиш комитеты Өфөлә 7 йәшлек баланың өҫтөнә тимер конструкция ҡолау осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Малайҙың янбашы һынған, ул әле дауаханала. Ҡоролма өсөн яуаплы коммуналь ойошма ваҡиғала баланың үҙен йә күп ҡатлы йортта йәшәүселәрҙе ғәйепләргә тырыша. Ә урындағы халыҡ улар тикшереү эшен бутарға теләй тигән фекерҙә.

Ваҡиға ваҡыты төшөрөлгән был кадрҙарҙы хәҙер тәфтишселәр тикшерә. Малайҙар кер киптереү өсөн ҡуйылған ҡоролмаға эленеп уны һелкетә башлай. Бер мәл ҡоролма йығылып малайҙарҙың береһенә килеп төшә. Ололар күреп ашығыс ярҙам саҡырта. Табиптар уны 11-се дауаханаға алып китә.

Был һорауҙы хеҙмәтләндереүсе ойошмаға биргәс, йәнә лә яуаптар бутала башланы. Хәҙер балалар үҙҙәре ғәйепле булып сыҡты.

Лидия Наумова бала ҡолағас та урамға ашыға. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда кешеләр таралыу менән Тәфтишселәрҙең килгәнен дә көтмәйенсә конструкцияны бысып алалар. Ошо рәүешле торлаҡсылар тикшереү эшен бутарға теләй тигән фекерҙә йорт милекселәре.

Фжиғә урынында ҡалған торба өлөштәренән дә ҡоролманың бик үк ныҡлы булмауын аңларға мөмкин. Фажиғә өсөн кем яуап бирергә тейешлеген асыҡлау бурысы хәҙер тәфтишселәр иңендә.

Зыян күреүсе малайҙың ата-әсәһе иһә ваҡиғала бер кемде лә ғәйепләргә ашыҡмай. Хатта торлаҡты хеҙмәтләндереүсе ойошманан ярҙам тәҡдим иттеләр ти атаһы.

Хәҙер малайға 1 ай тирәһе дауаланырға тура киләсәк. Был ваҡиғанан һуң балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә, милекселәр ҙә фәһем алыр һәм фажииғә ҡабатланмаҫ тигән өмөттөң аҡланырына ышанырға ҡала.



Последние новости

Яндекс.Метрика