Өфө юридик институты базаһында курсанттар өсөн ҡыҙыу осор

Киләсәктә улар йәмәғәт һағында торасаҡ. Өфө юридик институты базаһында курсанттар өсөн ҡыҙыу осор. Улар имтихан, зачеттар менән бергә физик әҙерлек буйынса һынау үтә һәм тактик күнекмәләрҙә ҡатнаша. Хәбәрсебеҙ Закир Шәрипов репортажы. 

Автобусҡа билдәһеҙ кешеләр һөжүм итте. Йәмәғәт транспортында барған полиция хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала сығып, оборонаға күсә. Ошондай күнекмәләр аҙнаһына алты тапҡыр үтә. Уҡыу йортонда белем алыуы еңелдән түгел. Курсанттар ял алыр өсөн тырышып уҡырға һәм физик әҙерлекте тик бишлегә генә атҡарып сығырға тейеш. Ҡыҙҙарға ла бер ниндәй ташлама эшләнмәй.

Ә был алымды 300 спартансылар кинофильмын ҡарағандар күргәне барҙыр. Тәртип боҙоусылар полиция хеҙмәткәрҙәренә һөжүм итһә, таш, шешә кеүек әйберҙәр килеп эләкмәһен өсөн улар ошолай һаҡлана. Рәттән бер кем дә, шул иҫәптән ҡыҙҙар ҙа, төшөп ҡалырға тейеш түгел.

Курсанттарға 15 килограмм самаһы ауырлыҡ менән физик күнекмәләрҙе башҡарырға кәрәк. Мәҫәлән, каска 2 килограмм ярым, бронижилет 4 килограмм тирәһе, автомат 3 килограмдан ашыу. Практик дәрестәр 4 аҙна дауам итә. Курсанттар ҡайһы берҙә көнөнә алты сәғәт ошондай ауырлыҡ менән шөғөлләнә.

Өфө юридик институты студенттарын төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерләйҙәр. Улар йәмғиәт һағында ғына түгел, ә үҙҙәрен дә ҡурсалай белергә тейеш.

Был юлы күнекмәләр Эске эштәр бүлегендә үтте. Сценарий буйынса, дежур частҡа енәйәтсел төркөм һөжүм итте.

Курсанттар каска, бронижилет һәм һаҡланыу саралары ала. Һуңынан, автомат менән ҡоралланырға тейеш. Был эштәрҙе атҡарып сығыр өсөн уларға 10 минут ваҡыт бирелә.

Уҡыу йортонда 900 курсант белем ала. Уларҙың өстән бер-өлөшө гүзәл заттар. Белем алыусылар араһында полиция эшенә мөҡиббән киткән, туғандарының юлын дауам итеүселәр ҙә бар.

Хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләргә теләгән кеше яҡшы белем алырға һәм физик яҡтан көслө булырға тейеш. Ә һуңғы йылдарҙа полиция хеҙмәткәрҙәренә ҡарата талаптар тағы ла ҡәтғиләште. Ошо шарттарҙы иҫәпкә алып, уҡыу йортонда ентекле эш алып барыла.



Последние новости

Яндекс.Метрика