Өфөлә себер тәбиғәте майҙансығы

Өфөлә себер тәбиғәте майҙансығы. Башҡаланың Дим районындағы дендропарк биләмәһендә 300-гә яҡын кедр ағасы үҫентеләре ергә ултыртылды. Хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева ла был экологик акцияға ҡушылды.

Йәше быуаттар менән иҫәпләнгән кедр, эрбет ағасы, ошо бәләкәй генә орлоҡтан үҫә. Был үҫентегә иһә биш йәш. Уны ултыртҡас уңыш биргәнен тағы ла 45 йыл көтөргә тура киләсәк.

Әммә ысын тәбиғәт һөйөүселәрҙе был ҡурҡытмай. Себер кедрының сәтләүеге тәмле лә файҙалы ғына түгел, уның ылыҫы һауаны шифалы матдәләргә байыта. Ҡала шарттарында был айырыуса мөһим.

Миҙхәт Хәсәнов тиҫтә йыл инде тыуған яҡтарында кедрҙар үрсетеп экологик мәсьәләне ыңғай хәл итеү теләге менән яна. Үҫентеләрҙе эколог Ханты-Мансы округынан алып килгән. Был мәғрүр ағастар беҙҙең төбәктә яҡшы үҫә, ти ул.

Миҙхәт Рауил улы тәҡдим иткән күләмле проектты Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлеге, балаларҙың “Росток” экология-биология үҙәге менән бергә Дим районы үҫмерҙәре лә  дәррәү ҡеүәтләп алды. Ағас ултыртыу тантанаһын улар Дим станцияһынан тәүге поезд үтеүгә 130 йыл тулыу уңайына һәм мәктәп тамамлау көнөнә арнаны.

Үҫентеләр талымлы, тәүге йылдарҙа улар етди хәстәрлеккә мохтаж. Үтә ҡоро көндәрҙә һыу һибеү, миҙгеленә бер тупраҡҡа кәрәкле ашламалар индереүҙән тыш уларҙы ҡараҡтар менән битарафтарҙан һаҡларға кәрәк. 



Последние новости

Яндекс.Метрика