Бөгөн ҡояш байыу менән Рамаҙан айы башлана

Башҡортостан мәсеттәрендә ошо изге айҙа  тәүге тәрәүих намаҙҙары уҡыла.  Ураҙаның маҡсаты — иманды нығытыу, рухи яҡтан үҫешкә өлгәшеү, йәшәүҙең асылы, өҫтөнлөктәре хаҡында уйланыу. Иманлы кешеләр өсөн ураҙа, тәү сиратта, тыйылған күренештәрҙән ситтә тороу, рухи һәм физик яҡтан сафланыу мөмкинлеген бирә. Ул — исламдың биш ҡанунының береһе. Һау-сәләмәт булған мосолмандарҙың барыһына ла ураҙа тотоу зарур. 



Последние новости

Яндекс.Метрика