Башҡортостанда 9-сы класс уҡыусылары өсөн имтихан мәле етте

 

Быйыл Төп дәүләт имтиханын биреү өсөн 37 мең ғариза ҡабул ителгән. Бөгөн Өфөнөң 21-се лицейында 9-сы класс уҡыусылары беренсе төп дәүләт имтиханы тапшырҙы. 207 уҡыусы инглиз теленән төп дәүләт имтиханына һынау тотто. Уҡытыусылар әйтеүенсә малай һәм ҡыҙҙарға имтихан тапшырыу өсөн бар шарттар ҙа булдырылған. Меңдән ашыу уҡыусы инглиз, немец, француз теленән һынау тотасаҡ. Хәҙерге ваҡытта сит телдәрҙе өйпәнеү бик мөһим, тигән ҡарашта мәктәп уҡысылары. Быйыл 9-сы класс уҡыусылары мотлаҡ дүрт экзамен бирә, шуларҙың икәүһе – теләк буйынса. Уларҙың һөҙөмтәһе аттестат алыуға тәҫьир итәсәк, ти уҡытыусылар.



Последние новости

Яндекс.Метрика