Сығарылыш кисәһе күпмегә төшөр?

9-сы, 11-се синыфты тамамлаусы уҡыусыларҙың ата-әсәләре быйыл „күңелле мәшәҡәт„ өсөн нисә һум аҡса сарыф итәсәк? Был турала тулыраҡ мәғлүмәт хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина сюжетында.

11-се класты тамамлаусы Наҙгөл Фәтҡуллинаны берҙәм дәүләт имтихандарынан тыш, күңелле мәшәҡәттәр ҙә көтә. Алда сығарылыш кисәһе. Ғүмерҙә бер генә була торған ваҡиғаға ҡыҙ етди әҙерләнә. 9-сы класты тамамлаусылар күлдәк-костюмдарҙы байрамдан башҡа, көндәлек тормошта ла кейерлектәренә иғтибар итһә, 11-се класты тамамлаусы ҡыҙҙар кейемдең нәззәкәтлеһенә, оҙон итәклеһенә өҫтөнлөк бирә, ти һатыусылар. Күлдәктәр оҙонораҡ булған һайын, хаҡтары ла ҡиммәтерәк, ти һатыусылар.  Алдан ойошторолған һорау алыуҙар буйынса ,сығарылыш кисәһе өсөн кейемгә– 11 800 һум, ә байрам өсөн 10300 һум кәрәк буласаҡ. Күлдәктәр 4 меңдән башлана… быға маникюр, сәсте рәткә килтереүҙе, биҙәнгес, туфлиҙар хаҡын да ҡушһаң ҙур ғына сумма барлыҡҡа килә. Әйткәндәй, уртаса хаҡ….. магазиндарҙағы хаҡтар буйынса.. кәмендә 10 мең талап ителә. Бынан тыш ата-әсәләргә уҡытыусыларға бүләк, байрам табыны  өсөн дә кәмендә 10 мең һум аҡса сығарып һалырға кәрәк буласаҡ. Байрамдың “бюджет” варианты 5 мең һумдан да кәм түгел. Ул-ҡыҙҙарына байрам ойоштороу өсөн 11 меңдән алып 20 мең һумға тиклем биреүселәр ҙә бар. Сығарылыш кисәһе ғаилә бюджетына бик ҙур зыян килтермәһен өсөн күлдәк, макияж, прическаларҙың арзаныраҡтарын ҡарайым, ти Наҙгөл. Әлбиттә, һәр ата-әсә балаһының ғүмерендә бер тапҡыр ғына була торған байрамға аҡсаһын да, көсөн дә йәлләмәй. Иң мөһиме балалар киләсәктә өмөттәрҙе аҡлаһын.

Выиграй пригласительный билет на 2 лица на балет Сотворение мира - 26 октября в Театре Оперы и Балета (Уфа) - 911691770 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика