Башҡортостанда ла һауа торошо тотороҡһоҙ булып ҡала

Бөгөн Белорет, Бөрйән райондарында ҡар, боҙ  яуҙы. Был видеоны беҙгә Сибайҙағы телевизор ҡараусыбыҙ ебәрҙе.

Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы был төбәктә йәшәгән водителдәрҙе алыҫ юлға сыҡмаҫҡа саҡыра. Ҡар яуыу сәбәпле асфальт боҙ менән ҡапланған.

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, республикала 2 июнгә тиклем көндәр ошолай торасаҡ, ямғыр яуасаҡ. Елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етеүе ихтимал. 30 градуслыҡ эҫе яратыусылар Сочиға юллана ала, тип шаярта синоптиктар.



Последние новости

Яндекс.Метрика