Өфө уртаһында Нефаз һәм микроавтобус бәрелеште

Өфө уртаһында Нефаз һәм микроавтобус бәрелеште.

Авария Достоевский һәм Цюрупа урамдары киҫелешендә теркәлде. Унда бер-нисә көн инде светофор эшләмәй. Йәмәғәт транспорты водителе юл киҫелешен тиҙ генә үтеп китәм, тип уйлаған. Әммә, ҡапыл йәйәүлеләр килеп сыға һәм микроавтобус ашығыс рәүештә туҡтай. Был ваҡытта уға Нефаз килеп төкөлә. Бер пассажир йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.

Был ваҡиғанан һуң ғына  урам киҫелешендә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙары күренде. Светофор ҡасан эшләй башлаясағы тураһында хәбәр ителмәй.



Последние новости

Яндекс.Метрика