Ҡала урамдарындағы хәүефһеҙлек сараларына айырым иғтибар бирелә

Мәскәүҙәге дауыл эҙемтәләре коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү хеҙмәткәрҙәрен көсөргәнешле эшкә тотонорға мәжбүр итә. Ҡала урамдарындағы хәүефһеҙлек сараларына айырым иғтибар бирелә.

Өфөнөң Дим районында бөгөнгө иртәнән ағас ҡырҡыу эштәре әүҙем бара. Биләмәлә тиҫтә йыллыҡ бейек тирәктәр күп, дауыл осрағында уларҙан зыян күреү ихтималлығы арта. Шуға ла тәү сиратта йорттарға яҡын ағастар киҫелә. Фатир хужаларынан  ағас тирәләй майҙандарҙа шәхси автомобилдәрен  ҡалдырмау һорала. Ҡурҡыныс янаған ағас шәхси йорт биләмәһендә үҫә икән хужалар уны ҡырҡыуҙы һорап райондың коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы исеменә ғариза яҙа ала.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Мәскәүҙә көслө дауыл һөҙөмтәһендә 16 кеше һәләк булып, 150 кеше  йәрәхәтләнгәйне. Ел йорт ҡыйыҡтарын алып ырғытты, ағастарҙы йыҡты, 4 меңләп кеше утһыҙ тороп ҡалды.



Последние новости

Яндекс.Метрика